Тәбиғәтебеҙҙе йәмләп килгән яҙ миҙгеленең һуңғы айы башланды. Быйыл ул изге Рамаҙан айына тура килеүе менән дә йәмле һәм күркәм. Ҡыҙым Мәрзиә Марҡабаева быйыл 2-се класты тамамлай. Ул үҙенең сәләмәтлеге арҡаһында мәктәпкә йөрөй алмаһа ла, уҡыуға ынтылышы, һәләте бар. Белем алырға һәр ваҡыт ашҡынып тора. Оҙайлы коронавирус пандемияһынан һуң был тағы ла асығыраҡ һиҙелде. Бөгөн беҙ юҡлыҡ заманында йәшәмәйбеҙ, өҫтәлдән аш-һыу өҙөлмәй, Әлхәмдүлилләһ! Шулай булыуға ҡарамаҫтан, ҡыҙым Мәрзиәгә тейешле булған аҙыҡ-түлек йыйылмаһы йыл дауамында даими тапшырылып торҙо.
Ҡыҙымдың уҡыуға булған ынтылышын күреп, уны дәртләндергән,үҙ эшенә яуаплы ҡараған уҡытыусыларыбыҙ булыуына ҡыуанабыҙ. Ошо изге айҙа рәхмәттәребеҙҙе Гөлназ Абдулла ҡыҙы Яҡшымбәтова, Әнзинә Ислам ҡыҙы Дүшәнбаева, Илзирә Рафаэль ҡыҙы Дүшәнбаева, мәктәп директоры Сергей Мамурин һәм хужалыҡ эштәре мөдире Фларида Ейәнғоловаға еткергебеҙ килә. Эшегеҙҙә уңыштар, үҙегеҙгә һаулыҡ, именлек теләйбеҙ!