Юлдарҙа һаҡ булайыҡ!

Аварияла өс ир-егет һәләк булды...Тулыраҡ сайтта.

Бөгөн таңғы 6-ла Әбйәлил районында үлемесле авария теркәлгән.
"Осҡон" гәзите хәбәр итеүенсә, Асҡар - Хәлил юлының 3-сө километрында "Дэу Нексия" руле артындағы 21 йәшлек водитель машинаға идара итеүҙе юғалта һәм юлдан ситкә оса. Автомобиль түңкәрелә. Шул урында водитель һәм уның ике пассажиры - 24, 40 йәшлек ирҙәр йән бирә. Һәләк булғандарҙың барыһы ла - Тал Ҡусҡары ауылы егеттәре.
Әле ваҡиға урынында тикшереү бара, авария сәбәптәре асыҡлана.
Тәүлек әйләнәһенә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙоуҙың 2100-ҙән ашыу осрағы теркәлгән, ун юл-транспорт фажиғәһе асыҡланған, спиртлы эсемлек эскән килеш рулгә ултырған 65 водитель туҡтатылған, аварияларҙа биш кеше һәләк булған.
Һәләк булғандарҙың ғаиләләренең, яҡындарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Фото: "Осҡон" гәзите сайтынан.
Читайте нас