Хәҙер тотонолған автомобилдәрҙе онлайн һатырға һәм һатып алырға мөмкин. Закондағы 1 майҙан көсөнә ингән үҙәрештәр дәүләт хеҙмәттәре аша килешеүҙәр төҙөргә һәм машиналарҙы теркәргә мөмкинлек бирә. Документтарҙа электрон ҡултамға файҙаланыла. Яңы ҡағиҙәләр буйынса физик шәхестәр генә авто һатырға һәм һатып алырға мөмкин.
Билетһыҙ балаларҙы маршрут транспортынан төшөрөп ҡалдырған өсөн ҙур штрафтар һалына башлаясаҡ – хәҙер водителдәргә 5 мең һумға тиклем, кондукторға һәм контролерға 20 меңдән 30 меңгә тиклем штраф ҡаралған. Әгәр билетһыҙ бала оло кеше оҙатыуында китеп барһа, водитель уларҙың икеһен дә төшөрөп ҡалдырырға хоҡуҡлы.
Тимер юла аша сыҡҡан урындарҙа юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен боҙған өсөн штрафтар күләме 5 мең һумға тиклем артты. Шулай уҡ судья 3-тән 6 айға тиклем водитель танытмаһынан мәхрүм итә ала.
Рәсәй халҡы 20 майҙан һалым вычеттарын ябайлаштырылған программа буйынса алырға мөмкин. Был мөлкәт һалымдарына – торлаҡ һатып алыуға йәки кредиттар буйынса проценттарҙы ҡаплауға сығымдарға, шулай уҡ инвестиция сығымдарына ҡағыла. Хәҙер 3-НДФЛ тултырырға һәм раҫлаусы документтер тапшырырға кәрәкмәй. Һалым түләүсе һалым инспекцияһы сенән Федераль һалым хеҙмәте сайтындағы шәхси кабинет аша бәйләнеш тотасаҡ.