Мәңге балҡый, мәңге нур һибә

Бөгөн – Бөтә донъя Ҡояш көнөҠояш Ергә иң яҡын йондоҙ, ул булмаһа, Ерҙә тормош, тереклек булмаҫ ине.

Бөгөн – Бөтә донъя Ҡояш көнө
Ҡояш Ергә иң яҡын йондоҙ, ул булмаһа, Ерҙә тормош, тереклек булмаҫ ине. Ер өсөн Ҡояш – ҡеүәтле йыһан энергияһы сығанағы. Ул үҫемлектәр һәм хайуандар донъяһы өсөн кәрәкле яҡтылыҡ һәм йылы бирә.
Ҡояш тирәләй юлдаштары менән планеталар, кәрле планеталар, астероид, метеороид, комета һәм космос туҙаны әйләнә. Ҡояш массаһы бөтә ҡояш системаһының 99,866 % тәшкил итә. Ҡояш нуры Ергә тиклем 150 миллион км араны 8 минут 19 секундта үтә. Башҡа йондоҙҙар кеүек үк, Ҡояш та ғәйәт ҙүр эҫе газ шарынан ғибәрәт, ул нигеҙҙә водород менән гелийҙан тора. Ҡояшта туҡтауһыҙ термоядро реакцияһы бара, һөҙөмтәлә ифрат ҙур энергия бүленеп сыға. Шуның ике миллиардтан бер өлөшө генә Ергә килеп етә.
Ҡояш Ерҙәге тереклекте тәьмин итә. Ҡояш яҡтылығында фотосинтез процесы башҡарыла. Ерҙәге ҡаҙылма байлыҡтар (таш күмер, нефть, торф һ.б.) миллион йылдар элек Ҡояш энергияһын туплаған. Ерҙәге ел иҫеүе, болоттар барлыҡҡа килеүе Ҡояш энергияһы ярҙамында башҡарыла.
“Википедия” мәғлүмәттәре буйынса.
Фото: Яндекс. Картинки
Читайте нас