Ҡәҙер кисе – оло ниғмәт ул!

Ислам донъяһында айҙар араһында – Рамаҙан айы, көндәр араһында – йома көнө, кистәр араһында – Ҡәҙер кисәһе иң мөбәрәк үә иң мөҡҡәдәс булараҡ ҡабул ителгән. Был көндө Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәд ғәләйһиссәләмгә Ҡөръән индерелә башлаған.Ҡәҙер кисәһе Рамаҙан айының һуңғы ун көнө араһындалыр, ул билдәле бер төн итеп теүәл билдәләнмәгән. Шуға ла һуңғы был кис-төндәрҙе доға ҡылып, доғалар уҡып, тәүбә итеп уҙҙырырға кәрәк.Тәржемәһе:Бисмилләһир-рахмәнир-рахиим!1. Ысынлап та, Беҙ уны (Ҡөрьәнде) күндерҙек ҡәҙер төнөндә.2. Ҡәҙер төнөнөң ни икәнен беләһеңме?3. Ҡәҙер төнө мең айҙан да изгерәк!4. Ул төндө Раббы рөхсәте буйынса фәрештәләр менән рух (Ябраил фәрештә) төрлө әмер алып төшә.5. Ул төндө таң атҡанға ҡәҙәр именлек була.

Сүүратүл- Ҡадр (Ҡәҙер сүрәһе)

بِسْمِ اللَّهِ الرَّحْمَٰنِ الرَّحِيمِ
1. إِنَّا أَنزَلْنَاهُ فِي لَيْلَةِ الْقَدْرِ
2. وَمَا أَدْرَاكَ مَا لَيْلَةُ الْقَدْرِ
3. لَيْلَةُ الْقَدْرِ خَيْرٌ مِّنْ أَلْفِ شَهْرٍ
4. تَنَزَّلُ الْمَلَائِكَةُ وَالرُّوحُ فِيهَا بِإِذْنِ رَبِّهِم مِّن كُلِّ أَمْرٍ
5. سَلَامٌ هِيَ حَتَّى مَطْلَعِ الْفَجْرِ

Уҡылышы.
Бисмилләәһир-рахмәәнир-рахиим.
1. Иннәә әңзәлнәәһү фии ләйләтил-ҡадр.
2. Үә мәә әдраакә мәә ләйләтүл-ҡадр.
3. Ләйләтүл-ҡадри хайрум-мин әлфи шәһр.
4. Тәнәззәлүл-мәләә'икәтү үә-рруухү фииһәә би'иҙни раббиһим миң күлли әмр.
5. Сәләәмүн һийә хәттәә матләғил-фәджр.

Тәржемәһе:
Бисмилләһир-рахмәнир-рахиим!
1. Ысынлап та, Беҙ уны (Ҡөрьәнде) күндерҙек ҡәҙер төнөндә.
2. Ҡәҙер төнөнөң ни икәнен беләһеңме?
3. Ҡәҙер төнө мең айҙан да изгерәк!
4. Ул төндө Раббы рөхсәте буйынса фәрештәләр менән рух (Ябраил фәрештә) төрлө әмер алып төшә.
5. Ул төндө таң атҡанға ҡәҙәр именлек була.
Читайте нас