Был көндәрҙә беҙ күренекле дәүләт эшмәкәре, һоҡланғыс кеше яҡташыбыҙ Ирек Йомабай улы Аблаевты иҫкә алабыҙ. Ул замандаштары хәтерендә Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең дәүләтселеген нығытыу буйынса күп эшләгән оло шәхес булып һаҡлана. Уға ошо көндәрҙә 75 йәш тулған булыр ине.
Ирек Йомабай улы 1946 йылдың 9 майында Үрген ауылында донъяға килә. Атаһы менән әсәһе икеһе лә районыбыҙҙың Ҡарабәрҙе ауылынан. Йомабай Вәли улы Үргендә уҡытыусы һәм балалар йорто завучы булып эшләй, 1947 йылда ҡаты ауырыуҙан вафат була. Йәтим ҡалған береһенән-береһе бәләкәй өс балаһын, балалар йортонда тәрбиәсе булып эшләгән әсәләре Алмабикә Хәбибҡолой ҡыҙы, күтәрә алмаҫтай ауырлыҡтарҙы еңеп, кеше итә. Ҡыҙҙары Ләлә апай – табип, улдары Радик ағай ветеринария табибы һөнәрҙәре алалар.
Ирек Аблаев хеҙмәт юлын, 1963 йылда Үрген урта мәктәбен тамамлағас, Яңы Себенле һигеҙ йыллыҡ мәктәбе уҡытыусыһы булып башлай. 1964 йылда БДУ-ның физика-математика факультетына уҡырға инә. Уны 1969 йылда тамамлап, БДПИ-ла физика уҡытыусыһы булып эшләне. Миңә, ул ваҡытта 3-сө курс студентына, ауылдашымда уҡырға насип булды. Артабан Ирек Аблаев Совет Армияһы сафтарында хеҙмәт итте.
1971 йылдан алып сирек быуат Ирек Йомабай улының эшмәкәрлеге Дәүләт именлеге органдары (КГБ) менән бәйле булды, полковник Аблаев Башҡортостандың именлек министры урынбаҫарына тиклем ҡатмарлы һәм лайыҡлы юл үтте.
1995 йылдың сентябрендә ул Республика премьер-министры урынбаҫары – Мәскәү ҡалаһында Башҡортостандың Рәсәй Президенты ҡаршыһындағы Тулы хоҡуҡлы вәкиле вазифаһына тәғәйенләнә. Был вазифала Ирек Аблаев республиканың дәүләт власы органдарының федераль үҙәк менән хеҙмәттәшлеген үҫтереүгә һәм киңәйтеүгә тос өлөш индерҙе. Бөтә эш урындарында ла Аблаев үҙен юғары профессионаллеккә һәм яуаплылыҡҡа эйә булған оҫта ойоштороусы итеп күрһәтте. Коллегалары уның иҫ киткес хеҙмәт һөйөүсәнлеген, белемлелеген һәм кешелек сифаттарын юғары баһалайҙар ине.
Ирек Йомабай улы ғәрәп һәм инглиз телдәрен бик яҡшы белде. Ул оҙаҡ йылдар Йәмән Ғәрәп республикаһы һәм Ираҡ дәүләттәрендәге СССР илселектәрендә, Сит илдәр министрлығында, СССР Фәндәр Академияһының Көнсығыш илдәр институтында яуаплы вазифалар башҡарҙы.
Ирек Йомабай улының оҙайлы һәм емешле эшмәкәрлеге лайыҡлы баһаланды. Ул Рәсәй Федерацияһының «Намыҫлы хеҙмәте өсөн» миҙалының өс дәрәжәһе менән дә бүләкләнде, «Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған юрисы» исеменә лайыҡ булды.
Ирек Аблаев 2011 йылдың 11 ғинуарында 65-се йәшендә генә ҡапыл вафат булып, хәрбиҙәр, рәсми кешеләр һәм башҡалар хөрмәтендә Мәскәүҙә Мосолмандар зыяратында ерләнә.
Ирек Йомабай улы ҡатыны Люциә Шәрифйән ҡыҙы менән Азамат исемле ул үҫтерҙеләр. Ул, атаһы кеүек дипломат һөнәрен һайлап, бер нисә Европа дәүләтендәге илселектәрҙә эшләне. Бөгөн Рәсәйҙең II рангтағы Ғәҙәттән тыш һәм Тулы хоҡуҡлы илсеһе Азамат Аблаев Сит илдәр министрлығының Кадрҙар департаменты директорының урынбаҫары вазифаһын биләй.
Төпкөлдәге башҡорт ауылында ябай ғаиләлә тыуып үҫкән һәм артабан ҙур уңыштарға өлгәшкән хөрмәтле яҡташыбыҙ Ирек Йомабай улы Аблаев тураһында яҡты иҫтәлек халҡыбыҙ хәтерендә оҙаҡ һаҡланһын ине.
Класташым һәм дуҫым тураһында
Нәжиб Асанбаевҡа 85 йәш тулыу уңайынан «Ағиҙел» журналында донъя күргән «Драматургиябыҙҙың «Паша»һы» исемле мәҡәләлә фәһемле иҫтәлек бар. Мәшһүр совет илсеһе Кәрим Хәкимов тураһында драма әҫәре яҙыу ниәте менән рухланып, Нәжиб Асанбаев 1981 йылдың ноябрендә Төньяҡ Йәмән Ғәрәп Республикаһының баш ҡалаһы Санаға юллана.
– Ғәрәп иленә минең сәфәремдә СССР-ҙың Төньяҡ Йәмәндәге илселегендә атташе булып эшләүсе Ирек Аблаевтың ярҙамы күп тейҙе, – тип һөйләгән Нәжиб ағай, көньяҡ ярымшарҙағы ғәрәп иленән йөрөп ҡайтҡас. – Ул беҙҙең яҡташ булып сыҡты – Ейәнсура районында тыуып үҫкән…
2006 йылда республика Президенты М.Ғ. Рәхимов етәкселегендә Башҡортостан делегацияһы рәсми сәфәр менән Берләшкән Ғәрәп Әмирлектәрендә була. Делегация составына БР Хөкүмәте Премьер-министры Р.И. Байдәүләтов менән И.Й. Аблаев та ингән.
Эйе, бер-беребеҙҙе бала саҡтан ихтирам иткән Ирек дуҫым Үрген ауылында уҡытыусы ғаиләһендә тыуған. Мәктәпкәсә бер-беребеҙҙе күрмәгән-белмәгән булһаҡ, бер ҙә ғәжәп түгел. Үрген – ҙур ауыл, ул саҡтағы колхоз – тимәк, ауыл 2 бригадаға бүленеп, аралашыу форсатын сикләй. Һәр бригаданың үҙенең келәте, ат һарайы, фермалары, ялан-ҡырҙары, баҫыуҙары, хатта ауыл көтөүе лә икәү һәм башҡалар.
Беҙҙе үҙенә тартып, йыйып аласаҡ башҡорт урта мәктәбе генә берәү, әммә берәгәй. Беренсе класҡа барыуҙы көтөп ала алмай торған мәл дә етте. Класыбыҙҙа уҡыусылар һаны күп кенә, беҙ, нигеҙҙә 1946 йылғылар, ауылда ап-арыу уҡ икәнбеҙ. Башланғыс кластарҙа тәүге 2 йылда Зәкиә апай Бикйәнова, унан һуңғы 2 йылда Вәли ағай Хәмитов уҡытты. Башланғыс кластарҙа балалар, ғәҙәттә, сағыштырмаса бер тигеҙ өлгәшә. Урта һәм юғары кластарҙа иһә һәр уҡыусы үҙ мөмкинлегенә ҡарап белем һәм һабаҡ ала. Шулай килеп сыҡты: мине Ирек менән бер партаға ултырттылар. Ул уҡыу алдынғылары рәтендә, класыбыҙҙың алмаштырғыһыҙ старостаһы ла ине. Бер парта артында ултырыуҙар мәктәп тамамлағансы дауам итте, тап ана шул хәл тәүҙә беҙҙе үҙ-ара иптәшләштергәндер, артабан дуҫлаштырғандыр, тип уйлайым. Юғары класта саҡта бер шулай математиканан таҡта тултырып 2 вариантлы контроль эш яҙылған, ә мин, алғы рәттә ултырһам да, таҡталағы мәсьәләне күреп етмәйем. Ирек дуҫым бер ҡағыҙ битенә минекен яҙып бирә лә үҙенекен эшләргә тотона. Ирек дуҫыма ана шулай мәшәҡәт һалғаныма иҫкә төшкән һайын әле булһа уңайһыҙлыҡ кисерәм. Бара-тора бер-беребеҙгә лә тартынмай йөрөшә башланыҡ. Иректәр Сатра урамының башындараҡ йәшәй, өйҙәре, бик үк ҙур булмаһа ла, төҙөк – матур эшләнгән, тимер ҡалай менән ябылған (ул саҡта ҡабыҡ башлы өйҙәр ҙә күп ине әле). Ғаиләләрендә әсәләре Алмабикә апай ҡарамағында 3 бала: ололары Ләлә апай мединститут тамамланы, махсус урта белемле Радик ағай, һуғыш осоронда тыуған бала булараҡ, минең Әминә апайымдың класташы булып сыға, ә кинйәләре Ирек – минең класташ дуҫ. Алмабикә апай бик оҫта тегенсе булып, миңә лә бер матур күлдәк тегеп кейҙергәйне. Улар менән танышҡан-аралашҡанды күҙ алдына баҫтырам да, Аблаевтарҙың тотош ғаиләһенең үҙенсәлекле һөйләү манераһы – сылтырап торған моңло, бәрхәт тауыштары ҡолағымда сыңлап торғандай. Әсәнән балаларға күскәндер ул йомшаҡ, хисле өн-ауаз.
1963 йылдың йәйендә Үрген урта мәктәбен 10 уҡыусы тамамлап, өлгөргәнлек аттестаты алдыҡ. Ҡулында өлгөргәнлек аттестаты – ҡанаты булған һәр йәш кеше үҙ бәхетен һынап ҡарамай булмаҫ. Әйткәндәй, абитуриент-1963 беҙгә ҡаты ғына һабағын да бирҙе ул. Класташтарымдың яртыһы тиерлек вузға барып, һынау тотоп ҡарай, тик береһе лә конкурстан үтә алмай. Уҡырға инеү өсөн балл ғына етмәй, иң мөһиме – стаж кәрәк. Үҙем, мәҫәлән, 5 имтихандан 21 балл йыйғайным йыйыуын… Шуныһы иғтибарға лайыҡ, өс класташ та: Ирек Аблаев, Рәхим Ильясов һәм мин роно тарафынан уҡытыусылыҡ эшенә тәғәйенләнә. 1964 йылдың авгусында иһә теге өс класташ та университетҡа гөрләтеп уҡырға инеп китә: Ирек Аблаев – физматҡа, Рәхим Ильясов менән Ғәлийән Ҡаһарманов – филфакҡа. Беҙ, класташтар, һаман да бергә – иң ҡыуаныслыһы шулдыр, моғайын.
Үткән быуаттың 60-сы йылдары – беҙҙең студент булған осор ил буйынса таралған студент төҙөлөш отрядтары хәрәкәте менән билдәле. 1965 йылдың йәйендә миңә класташым, хәҙер инде вуз буйынса һабаҡташым Ирек Аблаев менән бергә Башҡортостан вуздары студенттарының йыйылма төҙөлөш отряды составында Бохара – Урал газүткәргесе (Ҡаҙағстан, КС-13,13-сө компрессор станцияһы) төҙөлөшөндә ҡатнашыу насип булды. Йыйылма отрядтың төп составын БДУ-ның физика-математика факультеты студенттары тәшкил итә (филологтарҙан бер нисә генә кеше). Стәрлетамаҡ пединститутынан да вәкилдәр бар. Был – студент өсөн ысын тормош мәктәбе булды, тиһәм һис арттырыу булмаҫ. Ҡайһыларыбыҙ ВЛКСМ Үҙәк Комитетының «Химияның удар төҙөлөш алдынғыһы» билдәһенә лайыҡ булды.
9 май, Еңеү көнө булараҡ, бөтәбеҙ өсөн уртаҡ ҡәҙерле байрам. Ә Ирек дуҫым өсөн был көн икеләтә байрам ине. 1966 йылдың майында Ирек дуҫыбыҙ 20 йәшен билдәләне. Өфөлә, еҙнәһе менән апаһының фатирына иң-иңдәрҙе генә йыйғайны ул.
1969 йылдың июнендә беҙ – өс класташҡа, хәҙер инде йәш белгестәргә, бәхет ҡояшы йәнә йылмайҙы: физмат дипломлы Ирек Аблаев БДПИ-ға (хәҙерге М. Аҡмулла исемендәге БДПУ) тәғәйенләнһә, группалашым Рәхим Ильясов Мәғариф министрлығы ҡарамағында ҡалдырыла. Мине иһә СДПИ-ның башҡорт теле һәм әҙәбиәте кафедраһына тәҡдим итәләр. Дипломлы белгестәрҙең шәхси тормошонда июль айында хәл иткес ваҡиғалар була: башлы-күҙле булырға ваҡыт, тимерҙе лә ҡыҙыуында һуғырға кәрәк ине. Ҡыҫҡаһы, Ирек Йомабай улы менән Бишәй урамы һылыуы, уҡытыусы-филолог Люциә Шәрифйән ҡыҙы Искәнйәрова (Аблаева) сәстәрен-сәскә бәйләй – туйҙарына парлы саҡырылдыҡ. Беҙ ҙә Мәрйәм менән аҙна элек кенә өйләнешкәйнек.
Артабанғы эш тә эш менән үткән ғүмерҙә тормош һуҡмаҡтары беҙҙе осраштырманы түгел, осраштырҙы. Ирек дуҫыбыҙ ғаиләһе менән Өфөлә йәшәгән саҡтарында уларға күберәк беҙ юл төшөрәбеҙ. Ирек Йомабай улы Башҡортостанға ҡайтһа, ваҡытының ни тиклем тығыҙ булыуына ҡарамаҫтан, тыуған яғына юл ала, яҡташтары – ауылдаштарын, класташтарын, дуҫ-иштәрен, туған-тыумасаларын әҙгә генә булһа ла күреп китеү хәстәрен күрә. Мәктәп тамамлауҙың егерме йыллығын (1983 йылдың йәйе) үҙебеҙсә билдәләгәйнек. Ирек дуҫыбыҙ «Жигули» машинаһында ҡайтҡайны. Рулдә үҙе Иҫәнғолда йәшәгән класташтарыбыҙҙы барып алып, кире алып барып ҡыуандырғайны. Шул мәлдәрҙә Ирек класташыбыҙ тағы ла бер заман мөғжизәһе – төшөрөлгән фотокадрҙы әҙер көйө сығарып бирә торған аппарат («Полароид» булды шикелле, исеме иҫтә ҡалмаған) менән эш итеп, беҙҙе ғәжәпкә ҡалдырғайны.
Байтаҡ ғүмерен сит илдәрҙә, ил-дәүләт кимәлендәге яуаплы эштәрҙә үткәргән, ғаиләһе менән Мәскәүҙә йәшәгән класташыбыҙ Ирек Йомабай улының Стәрлетамаҡҡа ла юл-йомош төшөргәне булды.
Стәрлетамаҡтағы тәүге осрашыу 1970 йылдар башында булды. Ҡыҙыбыҙ тыуғас, беҙҙең ғаиләгә Комсомол урамының ике ҡатлы боронғо кирбес йортонан фатир бирелгәйне. Ирек дуҫыбыҙ беҙҙең тормошто күреп, ҡыуанысын йәшермәне. Ғөмүмән, ул – кешенең шатлыҡтарын уртаҡлаша, ә ҡайғыларын бүлешә белгән шәхес ине. 2002 йылдың февралендәге икенсе осрашыуыбыҙ ҙа яҡшы хәтерҙә ҡалған: Ирек Йомабай улы эшлекле командировкаға килгәйне, ә беҙҙе эш урынында эҙләп тапҡан. Йәнә бер тулҡынландырғыс осрашыу 2006 йылдың октябрендә Ирек Йомабай улы һәм уны оҙатып килеүсе хеҙмәткәр хәстәрлеге менән педакадемияның төп корпусында булды. Аудиторияла бер төркөм – башҡорт-сит телдәр бүлеге студенттары менән практик дәрес үткәрә инем – бына һиңә ғәрәп телен һыу кеүек эскән, исеме республикала киң билдәле булған Мәскәү ҡунағы Ирек Йомабай улы үҙе беҙгә килгән! Был ҡыҫҡа ғына осрашыуҙа күп хәбәр ҙә һөйләнмәне, әммә сит телдәр буйынса махсуслашҡан студенттар өсөн эҙһеҙ үтмәгәндер, моғайын, үҙемә ҡалһа, һаман да шул мәлдәрҙе хәтер төбөндә һаҡлайым.
Үткән быуаттың һуңғы сирегендә йәйге отпускыларҙы тотош ғаилә менән ауылда үткәрер булдыҡ. Ә беҙҙең өй менән Ирек дуҫтың ҡайны-ҡәйнәләренең (Шәрифйән ағай менән Ғәфүрә еңгәй Искәнйәровтарҙың) өйө урам аша, ҡаршыла ғына. Уларҙың балалары – Ирек кейәүҙәре, Люциә ҡыҙҙары, ейәндәре Азамат ҡайтһа, беҙ ҙә (бер беҙ генә лә түгел) уларҙы күреп ҡалырға тырышабыҙ. Ирек дуҫыбыҙ был осорҙа инде үҙенең шәхси «Волга»һында йөрөй. Мәскәү һынлы Мәскәүҙән, Өфө-башҡалала туғандарын күреп тә туймай, Ейәнсураға – тыуған яҡҡа сәйәхәткә сығалар икән. Ҡайтыр юлдар ҙа шулай ике мең саҡрымдарға һуҙыла. Ирек дуҫыбыҙҙың һәр ваҡыт үҙен тыныс тотоуы, сабыр, саф күңелле, кешеләргә яғымлы, сәләмәт тормош яҡлы булыуы уға булған ихтирам-ышанысты арттыра ғына ине. Ул бер ваҡытта ла тауыш күтәрмәҫ, кешенең йөҙөн йыртмаҫ, маһайыу тигән сирҙең әҫәре лә юҡ ине Ирек дуҫта. Уны яҡындан белгәндәрҙең күңелендә һәм зиһенендә Ирек Йомабай улы Аблаев тәбиғәттән, ғаиләнән һәм йәмәғәтселектән бирелгән иң яҡшы кешелек сифаттары – аҡыл, тәрбиә, изге һәм саф күңеллелек, талапсанлыҡ һәм ғәҙеллек сағылышы булараҡ һаҡлана.
Ошо юлдарҙы аҡ ҡағыҙ биттәренә төшөрә башлағанда Ирек Йомабай улы Аблаевтың фанилыҡтан баҡыйлыҡҡа күсеүенә ун йыл тулып үткәйне. Ә тормош юлдашы Люциә Шәрифйән ҡыҙы Аблаеваның вафат булғанына унан да күберәк ғүмер үткән. Аблаевтар нәҫелен дауам итеүсе, ата юлын тотоусы улдары Азамат Ирек улы Аблаев бар. Бер туған ағаһы, 80 йәште ҡыуған аҡһаҡал Радик Йомабай улы Аблаев беҙҙең арала, уға оҙон ғүмер бирһен.
Республикабыҙҙа исеме киң билдәле дәүләт эшмәкәре Ирек Йомабай улы Аблаевты – ауылдашты һәм яҡташты, класташты һәм һабаҡташты, хеҙмәттәште күңел түрендә йөрөтөүселәр бихисаптыр. Алдыбыҙҙа уның ҙур юбилейы тора: 2021 йылдың 9 майында Ирек Йомабай улы Аблаевтың тыуыуына 75 йыл тула.
Ғ.Ғ. Ҡаһарманов, филология фәндәре кандидаты, педагогик хеҙмәт ветераны.