9 майҙа 112 системаһы буйынса Стәрлетамаҡ ҡалаһында Нагуманов урамында урынлашҡан 25 “е” йортта төтөн сығыуы тураһында хәбәр ҡабул ителә. Янғын һүндергәндә 35 йәшлек йорт хужаһының мәйете табыла. Күҙаллауҙар буйынса, янғын сығыу сәбәбе – хужаның тәмәке тартҡанда ут менән һаҡһыҙ эш итеүе.