– Илле ике йыл ғүмер күҙ асып йомғансы үтеп тә китте, – тип йылмая Кәбирә апай менән Ислам ағай Сәйфуллиндар.
Ислам ағайҙар Башҡорт Үргененең Бишәй урамында йәшәй. Уларҙың күршеһендә йәшәгән Нурсылыу апайҙы Самаҙы ауылы егете Мөхәррәм кәләш итеп оҙатып алып китә. Ул Үрген ауылына ҡунаҡҡа ҡайтҡан һайын, минең Самаҙыла Кәбирә исемле бикәсем бар тип һөйләй. Буй еткергән егеттең күңеленә инеп оялай был күрмәгән ҡыҙ. Уйламағанда яйы ла килеп сыға. Самаҙы ауылы аша оло юл төҙөлә башлай. Ислам ағай күпергә торба һалып йөрөй. Саҡ ҡына бушағанда, яйын тура килтереп, китә ҡыҙҙы эҙләп. Ул ваҡытта Кәбирә апай йәйләүҙә һыйыр һауа. Йәйләүҙәре Самаҙы йылғаһы буйлап, үрҙә, элек Участка тигән бәләкәй генә ауыл булған яҡта. Егет ҡыҙҙы бер күреүҙә үк оҡшата һәм ағаһының мотоциклы менән бер нисә тапҡыр осрашыуға килә. Егетмен тигән егет тимерҙе ҡыҙыуында һуға инде. Шулай итеп, ул 1969 йылдың октябрь айында ҡыҙҙы Бишәй урамына килен итеп оҙатып алып та ҡайта.
Йәштәр Күгәрсен районынан өй һатып алып, шул өйҙөң бураһын Йәштәр урамына күсереп, күтәреп ҡуя. Кәбирә апай килен булып төшкәс, ике йыл һыйыр һауа. Эш араһында ул өйҙәрен һылап, шыйыҡлап, аҡлап ултырта. Өсөнсө йылына ғаиләгә шатлыҡ-ҡыуаныстар өҫтәп улдары тыуа. Өс йыл бейеме менән йәшәгәндән һуң, улар киләһе йылдың көҙөнә үҙҙәренең йортона күсенергә була. Ислам ағай алды-ялды белмәй колхозда эштә йөрөй, таң ҡараһынан сығып китеп, төн уртаһында ғына ҡайта. Көҙ етә, көндәр һыуыта башлай, бергәләп күсенергә яйы сыҡмағас, бер көндө Кәбирә апай арбаға әйберҙәрен тейәп, яңы ғына тәпәй киткән малайын етәкләп, Йәштәр урамына күсеп сыға. Был хаҡта белмәгән Ислам ағай, төндә эштән ҡайтҡас, әсәһенең ишеген шаҡый. Ул ваҡытта, бәлки, ҡыҙыҡ та булмағандыр, моғайын, ә бөгөн мәрәкә итеп, ошо хаҡта шаярышып-көлөшөп һөйләй улар.
Оло йәштәгеләр менән әңгәмә ҡорғанда уларҙың үҙ-ара мөнәсәбәте иғтибарҙы йәлеп итә. Сәйфуллиндар бөгөнгө көндә лә бер-береһен хәстәрләп, ҡайғыртып, һүҙҙәрен бүлмәй, йылы мөнәсәбәттә аралаша. Был мөнәсәбәт нисә йылдар дауамында, төрлө ауырлыҡтар, һынауҙар аша барлыҡҡа килгән, тип әйтһәм дә хата булмаҫ, сөнки Ислам Зәйнулла улы дүрт йыл прицепщик, тағы ике йыл тракторҙа һәм 37 йыл водитель булып, колхоз эшенән айырылмай эшләй. Хаҡлы ялға сыҡҡас та өйҙә ятмай, ике йыл колхозда эшләүен дауам итә.
Әйткәндәй, Ислам Сәйфуллиндың хеҙмәт кенәгәһендә ике генә яҙыу. Беренсеһе – 1955 йылдан «Ҡыҙыл таң» (Үрген ауылы) колхозы ағзаһы, аҙаҡтан ул иҡтисади яҡтан ныҡлы миллионер хужалыҡ «Заветы Ильича» (үҙәге – Новопетровск ауылы) колхозы менән берләшкән; икенсеһе – 1962 йылдың мартынан «Заветы Ильича» колхозы водителе.
Аслығын да, яланғаслығын да татый ул осор балалары. Ислам ағай ҙа үтә тормоштоң был һынауын. Ағаһы, апаһы кейгән кейемде алмашлап кейергә лә, туң ер буйлап ялан тәпәй йүгерергә лә тура килә. Ил күргәнде ул да үҙ елкәһендә татый.
Үрген урта мәктәбендә ете класты тамамлағас, 1955 йылда урындағы колхоздың тулы хоҡуҡлы ағзаһына әүерелә. 1956 йылда ауылдаштары менән бергә Ашҡаяҡҡа 750 кубометр ҡарағай ағас ҡырҡып, һал итеп ағыҙыу өсөн әҙерләргә лә бара. Делянканы тап-таҙа итеп таҙартып, ботаҡтарын өйөп, үртәп эште бөтөрөп китә инек, тип иҫләй ул йылдарҙы мәҡәлә геройы.
1959 йылда эреләтелгән «Заветы Ильича» колхозы етәкселеге уны Мораҡ СПТУ-һына уҡырға ебәрә һәм 1960 йылдың яҙында тракторсы танытмаһын алып, тыуған колхозына ҡайта. Механизатор ең һыҙғанып яҙғы сәсеүҙә эш башлай. Дәртләнеп эшләгәс, шул йылды уңышҡа ла өлгәшә һәм КПСС-тың Зианчура (Ейәнсура) райкомы һәм район Советы башҡарма комитеты йәш тракторсы Ислам Сәйфуллинды яҡшы эшләгәне һәм 1960 йылдың яҙғы сәсеү эштәрендә һәйбәт һөҙөмтәгә өлгәшкәне өсөн Почет грамотаһы менән бүләкләй.
1961 йылда район хәрби комиссариаты йүнәлтмәһе буйынса Ислам ағай водитель һөнәрен үҙләштерергә яңынан Мораҡ СПТУ-һына уҡырға юл ала. 1962 йылдың мартында водитель танытмаһы алып, колхоздың иҫке генә машинаһының руле артына ултыра. Көҙгә тиклем ошо машинала йөрөй һәм Совет Армияһы сафына алына. Ул 1962-1965 йылдарҙа ГДР-ҙа сикләнгән ғәскәрҙәр составында инструктор-водитель булып хеҙмәт итә.
Армиянан һуң, тыуған яғын һағынып ҡайтҡан егет, водитель булып эш башлай. Ул «Урал ЗИС-2» автомашинаһында өс йыл, тәүгеһенән саҡ ҡына яңыраҡ булған ГАЗ-51 машинаһында ете йыл эшләй. 1975 йылдан колхоз етәкселеге уны яңы һөт ташығыс машинаға ултырта. Был машинала һигеҙ йыл буйы һөтсөлөк фермалары менән һөт заводы араһындағы юлды тапай. Шунан уға яңы «ЗиЛ» машинаһына ултырырға тәҡдим итәләр. Тик был юлы ул ашыҡмай, ҡайтып ҡатыным менән кәңәшләшәм әле, тип әйтә. Сөнки ул һөт ташығанда ҡатыны сөгөлдөр утарға уға ултырып йөрөй. Ни тиклем иртә ҡуҙғалһа, ҡатынына ла шул тиклем яҡшы, балалары иртәнсәк уянғансы, ҡояш ҡыҙҙыра башлағансы, көн һалҡынында байтаҡ сөгөлдөр ыҙандарын утап, эшен ыратып ҡайтыр була. Әмәлгә баҡҡандай ҡатыны, яңы ЗиЛ-ға ултырыуын ҡыуанып ҡабул итә. Йәш саҡта тормош иптәше юлдан аҙналап ҡайта алмаған ваҡытта эшен дә эшләп, донъяһын да көтөп, балаларын да ҡарап өйрәнгәс, шулай булыр тип уйлай. Тик тормоштоң төрлө, һин уйламаған мәлдәре күп була. Үрген фермаһынан ҡайта алмай «Ҡыҙыл мөйөш»тә лә йоҡлап ҡалған ваҡыттары әҙ булмай, ә инде ҡыш мәлдәрендә Яңы Петровка ауылында колхоз тракторсы һәм шоферҙар өсөн махсус торлаҡ булдырыр булған, ул ваҡытта аҙналап өйгә ҡайтыу юҡ. Үҙе эштә булһа ла, гел генә ҡатынын уйлай, нисек кенә мал ҡарай ҙа, һарай ҡыйығынан бесәнде нисек төшөрә икән тип. Элек бурандар ныҡ булды, өшөп-туңған саҡтар ҙа әҙ булманы, шулай ҙа бирешмәнек, тип йылмая Кәбирә апай менән Ислам ағай. Оло булыуҙарына ҡарамаҫтан, икеһенең дә хәтере шәп. Хәҙерге заманса терминдарҙы ҡулланып, заман йәштәре кеүек бөтә атамаларҙы әйтеп, ейән-ейәнсәрҙәре ниндәй университетта уҡыуы, йә ҡайҙа эшләүе, нимә менән, нисек шөғөлләнеүе тураһында ентекле һөйләй улар. Эйе, үҙҙәренең дүрт балаһы: ике улы, ике ҡыҙы ла күптән эш булып, үҙ аллы донъя көтә, үҙҙәре балалар үҫтереп, уларға белем алыуҙа ярҙам итеп, оло тормош юлына оҙата. Шуға ейәндәре тураһында Сәйфуллиндар ғорурланып һөйләй
Юғарыла, ҡатынының ризалығын алып, Ислам ағай ЗиЛ-ға ултыра тигәйнек. Тик был юлы бер маршрут менән генә йөрөмәй, тағы ла күберәк өйҙә тормай, ҡайҙа ҡыуалайҙар, шунда йөрөй. Бөгөн улар ошо юлдарҙа ҡатыны менән йөрөй. Балаларына барғанда, йә берәй йомош менән ҡалаға сыҡһалар, Ислам ағай үҙенең хеҙмәттә үткән ғүмер хәтирәләре юлы тураһында һөйләргә ярата. Ошонда күмергә килеп, сират торғайным, ошонда һөт алып килеп көтөп торғайным, тип хәтирәләргә бирелеп, теҙеп һөйләп алып китә. Кәбирә апай уның һөйләгәндәрен ҡабат-ҡабат тыңлаһа ла, ятлап бөтһә лә, тағы-тағы тыңларға әҙер. 83-сө йәшен ҡыуған Ислам ағай әле лә үҙ машинаһында елдерә. Шулай шул, йәш саҡта ғына түгел, ә 100-ө ҡыуғанда ла оло маҡсаттар ҡуйып, хыялланып йәшәргә кәрәк! Был асыҡ миҫал.
Әйткәндәй, Армия сафында хеҙмәт иткән йылдарын иҫәпләмәгәндә 40 йыл эшләү дәүерендә Ислам Сәйфуллинға намыҫлы хеҙмәте өсөн «Ун беренсе биш йыллыҡ ударнигы», «Коммунистик хеҙмәт ударнигы», «Хеҙмәт ветераны», «Социалистик ярышта еңеүсе» исемдәре бирелгән. Ә КПСС райкомы, район Советы башҡарма комитеты, ВЛКСМ райкомы, район ауыл хужалығы идаралығы, «Заветы Ильича» колхозы идараһы һәм профкомы тарафынан бирелгән Маҡтау ҡағыҙҙары тиҫтәләгән.
Тик хеҙмәтен нисек кенә юғары баһалаһалар ҙа, Ислам ағайҙың тормошҡа ашмай ҡалып, күңелен өйкәп торған бер төйөн бар – ул һуғышта атаһының батырлығы, батырҙарса һәләк булыуын тере шаһиттарҙан һорап, һөйләтеп, үҙ ҡолаҡтары менән ишетеп ҡалмауына үкенә. Был беҙгә лә ваҡытында, мәлендә башҡарыла торған изге эштәрҙең береһе – тарихыңды, тамырыңды, ата-бабаларығыҙҙың яҙмышын белеп ҡалығыҙ тип иҫкәртә түгелме?!
Ислам ағайҙың әсәһе Әлифә яғынан Баҡый ҡартатайы данлыҡлы кеше танылған. «Айыу» ҡушаматлы Баҡый Фәттәхетдин улы батыр йөрәкле һунарсы булған. Уның тарихы: ауылдан ете кеше бергәләшеп айыуға һунарға бара. Өңдөң алдына ут яғалар, тик айыу сыҡмай, төтөнгә тонсоғоп, туҡтауһыҙ үкерә башлай. Етәүҙең береһе өңгә инеп, мосолман ғәҙәте буйынса, айыуҙы салырға тейеш була, тик батырсылыҡ итеүсе булмай. Шунан Баҡый ҡартатаһы был ҡыйыулыҡҡа бара һәм ниәтте тормошҡа ашыра. Шунан уға Айыу Баҡый ҡушаматы ғүмерлеккә тағыла.
Исламдың атаһы Зәйнулла Ғәтиәт улы ла батыр йөрәкле, мыҡты кәүҙәле була. Уны ауылдаштары бил бирмәҫ көрәшсе итеп белә, даны районда ғына түгел, күрше-тирә райондағы ауылдарға ла билдәле була. Уның тағы ла бер батырлығын онотмай һөйләй оло йәштәгеләр. Ауылға ҡоторған бүре килә. Кешеләр ҡурҡышып, ҡасып-боҫоп бөтә. Ә Зәйнулла Сәйфуллин балта ала ла, ҡоторған йыртҡысҡа ҡаршы сыға. Бүре ажарланып ауыҙын асып уға ташлана, әммә шуны ғына көткән Зәйнулла һул ҡулы менән бүренең теленән эләктереп ала һәм уң ҡулындағы балта менән башын дөмбәҫләп үлтерә. Ошондай уҡ батырлыҡты һуғыш яланында ҡабатлай…
Бөйөк Ватан һуғышы башланғас, Зәйнулла Сәйфуллин ҡатынын һәм өс балаһын ҡалдырып, 1941 йылда һуғышҡа китә. «Атайым яҙып-һыҙыуға булмағандыр инде», – ти Ислам ағай. Атаһы яҙған хаттар тураһында мәғлүмәттәр юҡ. Әсәһе Әлифә Әхмәтбаҡый ҡыҙы 102 йәшкә еткәнсе йәшәй. Атаһы хат яҙған булһа, өс мөйөшлө хаттар әсәһенең һандыҡ төбөндә һаҡланыр ине.
Ауылдың данлыҡлы көрәшсеһе, һуғыштағы батырлыҡтары тураһында яҙмаһа ла, уның ҡыйыулығы, Тыуған илен һөйөүе, тыныс тормош яратҡан халҡы, ҡатыны, балалары матур тормошта йәшәһен өсөн йәнен дә йәлләмәүе тураһындағы сәләме райондың «Ударсы» гәзитендә мәҡәлә булып баҫыла. Был хаҡта ғорурланып һөйләй Ислам Зәйнулла улы. Мәҡәләнең авторы – оставкалағы полковник Ғәли Арыҫлан улы Моратов. Ул ваҡытта өлкән лейтенант Ғ.А. Моратов Өфөгә өҫтәмә көстәр артынан килгән була һәм бер нисә көнгә Иҫәнғолға ҡайта. Ул үҙе менән бергә «Дивизия» гәзитен килтерә. Унда дивизия уҡсыһы Зәйнулла Ғәтиәт улының батырлығы тураһында мәҡәлә баҫылған була. Зәйнулла Сәйфуллиндың бер көндө 25 фашисты һәм 3 офицерҙы атып, пуляһы бөткәс, винтовкаһының приклады менән, ҡоторған бүрене юҡ иткән кеүек дөмбәҫләп үлтерә. Ул немец баҫҡынсыларын юҡ иткәне өсөн Ҡыҙыл Байраҡ ордены менән наградлана.
З. Сәйфуллин һуғыш яланында ятып ҡалһа ла, даны тыуған яҡтарына ҡайта.
Ислам ағай колхоз эшендә саҡта, Өмбәт ауылынан берәү килеп, аманатымды тапшырайым әле тип, Зәйнетдин Баҡый улы Ҡолтаевҡа Зәйнулла Сәйфуллин менән бергә һуғышыуы, уның көслө, рухлы, батыр һуғышсы булыуы һәм батырҙарса һәләк булыуы һәм Зәйнулла Ғәтиәтулла улын ерләүҙә ҡатнашыуы тураһында тәфсирләп һөйләп китә.
37 йыл руль артында колхоз эшендә йөрөгән Ислам ағайҙың бер ҙә ваҡыты булмай. Шул килеп киткән кеше тураһында ишеткәс, Кәбирә апай бер-нисә тапҡыр өгөтләп ҡарай, әйҙә барып ҡына киләйек, тип. Тик Ислам ағай саҡ ҡына һуңғараҡ тип кисектерә килә. Хәҙер ваҡыт та бар, мөмкинлек тә етерлек, тик уларға кәрәк, барыһын да һөйләй торған кешеләр юҡ инде …
Гөлшат Имелбаева. Автор фотоһы.