"Йәшел Башҡортостан" республика акцияһы сиктәрендә бөгөн Оло Эйек буйында "Хәтер баҡсаһы"на нигеҙ һалынды - 1 гектар майҙанға 4000 төп ҡарағай үҫентеһе ултыртылды. Экологик сарала район үҙәге ойошма-предпритиелары хеҙмәткәрҙәре менән бергә ҡунаҡ - Башҡортостан Республикаһының баш ветеринары Азат Йыһаншин ҡатнашты. Район мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре өмәселәрҙе йыр-моңдары менән дәртләндерһә, мәғариф бүлеге иһә тәмле бәлештәр менән сәй эсерҙе.