Күңелле үтһен ялың - тип теләйҙәр беҙҙә ял көндәре алдынан. Ауылыбыҙҙың ҙур бер төркөм ир-аттары өсөн был ял көнө күңелле лә, файҙалы ла үтте. Ни өсөн тиһегеҙме?
Был көндө беҙ иртә таңдан Үрген ауылы мәсете янында инек. Һәм 3-4 сәғәт эсендә мәсеттең иҙән таҡталарын алып, нигеҙ тирәләй тупраҡ тултырып, яңынан иҙәнде түшәп тә ҡуйҙылар уңған ир-аттарыбыҙ. Ул ғына ла түгел, кеше күп килеү сәбәпле икегә бүленеп, бер төркөм буласаҡ мейес нигеҙен таш менән тултырып, бетон иҙмәһе менән нығытып та ҡуйҙы.
+5 °С
Облачно




