Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитетынан хәбәр итеүҙәренсә, Белорет районында ҡаянан ҡолап төшкән 12 йәшлек ҡыҙ әхирәттәре менән булған.
- Ваҡиға урынына тиҙ арала авария-ҡотҡарыу хеҙмәте сыҡты. Ҡотҡарыусылар ҡыҙға шиналар һалып, носилкалар ярҙамында "Тиҙ ярҙам" бригадаһына алып барып тапшырҙы, - тип хәбәр итә ведомство.
ЧП Белореттың ҡала пляжы янында булған.