Кисә Ҡырмыҫҡалы районы Ҡарлыман ауылында булған янғында Кәримовтар ғаиләһе йортһоҙ ҡалды...
Ҡапыл өйҙәрендә янғын сығып, улар урамда тороп ҡалдылар, янғындан донъяларын һаҡлап ҡала алманыҡ...
Бәлә яңғыҙ йөрөмәй, тиҙәр. Быйыл февраль айында ғаилә башлығы Әмир Кәримов баҡыйлыҡҡа күскән ине. Наталья Кәримова яңғыҙы өс бала тәрбиәләй, иң кесеһе Диана 7-се класта уҡый...
Дуҫтар, оло ҡаза күргән ғаилә беҙҙең ярҙамға мохтаж!
Аҡсалата ярҙамды телефон номеры аша күсерә алаһығыҙ 8-937-300-19-74 (Сбербанк, Наталья Ивановна К.).
Изгелек ерҙә ятып ҡалмай, тиҙәр. Бер-беребеҙгә ҡарата мәрхәмәтле булайыҡ, Кәримовтарҙы был ҡайғылы хәлдә яңғыҙ ҡалдырмайыҡ!