Сөнки Арсен ауылының бер быуатлыҡ юбилейын билдәүгә әҙерлек сиктәрендә, "Еңеү" паркында тротуар плиткаһы түшәлә. Һаҡмар ауыл биләмәһе башлығы Наил Яҡшығолов әйтеүенсә, был плиткаларҙы, бордюрҙарҙы, цементтарҙы һатып алыуға меценат ауылдаштар Леонид Егоров, Тимур Яҡшығолов, Вил һәм Вадим Бикташевтар матди ярҙам күрһәткән.