Йәмғиәт Общество
20 Мая 2021, 12:05

#файҙалы_кәңәш

Хәҙер күпселек йорт-фатирҙарҙа, эш урындарында ла аҡ пластик тәҙрә төптәре ҡуйылған. Унда ҡалған таптарҙы бөтөрөү нисек ҡыйын икәнен бары тәҙрәне йыуғандар ғына белә. Был ысулдар тап шундайҙар өсөн!

Хәҙер күпселек йорт-фатирҙарҙа, эш урындарында ла аҡ пластик тәҙрә төптәре ҡуйылған. Унда ҡалған таптарҙы бөтөрөү нисек ҡыйын икәнен бары тәҙрәне йыуғандар ғына белә.
Был ысулдар тап шундайҙар өсөн:
1. Фломастер, йод, "зеленка" эҙен бөтөрөү өсөн нашатыр спирты нигеҙендә эшләнгән таҙартыу сара?ын ҡулланығыҙ;
2. Ныҡ һеңгән тапҡа кер йыуыу порошогы менән һыуҙан әҙерләнгән "бутҡаны" һөртөп, 15 минуттан оҙағыраҡ тоторға кәрәк;
3. Кейелмәгән капрон ойоҡҡа кер һабыны кейҙерһәгеҙ, тәҙрә төбөн йыуыу өсөн шәп йыуғыс килеп сығыр;
4. Тутыҡ таптарҙы аш һеркәһе эссенцияһы ярҙамында бөтөрөргә була. Эссенцияны һыу менән бутамайбыҙ, шуға ла бирсәткә кейергә онотмағыҙ. Юғиһә, ҡул тирегеҙ "ашалыр";
5. Тәҙрә төбөнөң саф аҡлығын ҡайтарыу өсөн, уны йыуғандан һуң, губка менән хлорлы таҙартҡыс һөртөп сығырға кәрәк. Унан йыуып алабыҙ. Был эште асыҡ тәҙрәләр янында эшләргә кәңәш ителә;
6. Артыҡ дымлылыҡтан ҡара бәшмәктәр сыҡһа, аш содаһы ярҙамға килер. Соданы һыу менән бутап эшләгән "бутҡаны" бәшмәкле урынға һөртөп, 30 минутҡа ҡалдыраһың. Ваҡыт үткәс, губка менән йыуып алаһың.
Әгәр тәҙрәгеҙҙең төбө бигерәк ҡурҡыныс булып, таҙартыуға һис бирешмәй икән, магазиндан аҡ йә башҡа төрлө "самоклейка" алып, йәбештерергә мөмкин.
Читайте нас