Водитель: "Гастелло күперенән" төшөп барғанда уң яҡта берәү ҙә юҡ ине, алыҫтараҡ велосипедлы ике малай торғанын күрҙем. Борола башлағайным, уң яҡҡа нимәлер бәрелде, капот асылып китте. Сығып ҡараһам, артҡы тәғәрмәс аҫтында ошо малай ята..." Ваҡиға буйынса тикшереү башланған.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быйыл республика юлдарындабалаларҙың ғүмере былтырғы осор менән сағыштырғанда 1,5 тапҡырға күберәк өҙөлгән! Быйыл 3 ай эсендә 16 йәшкә тиклемгеләр ҡатнашлығында теркәлгән 83 аварияла 8 бала һәләк булһа (кисә+1), йәнә 94-е төрлө ауырлыҡтағы йәрәхәттәр алған. Шуларҙың күпселегендә бала - пассажир булһа, йәрәхәтләнеүҙең 32 осрағында улар йәйәүле булған. Һуңғыларының 40 проценты юл аша үткәндә, "зебра"ла тапалған.
Ошоларҙы күҙ уңында тотоп, республикала һәм районда "Иғтибар - балалар!" иҫкәртеү сараһы башланды. 11 июнгә тиклем дауам итәсәк операция барышында балаларҙы транспортта йөрөтөү, шулай уҡ бәлиғ булмағандарҙың юлда, бигерәк тә велосипед һәм мопедтарҙа йөрөүе, юл ҡағиҙәләре үтәлеше тикшереләсәк.
Тулыраҡ - гәзит биттәрендә уҡығыҙ.