Йәмғиәт Общество
20 Мая 2021, 06:25

#һыу_аяуһыҙ

Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты Саҡмағош районында 49 йәшлек ирҙең һыуға батып үлеүе хаҡында хәбәр итә. Кисә, 19 майҙа, диспетчер пультына хәбәр алыу менән ҡотҡарыусылар ваҡиға урынына бара, тик ярҙам итергә һуң була.Унан бер көн алда Тәтешле районында ла һыу ҡорбандары теркәлгән. Ҡотҡарыусылар 18 майҙа һыуға төшөп киткән автомобилдән өс: ике ир һәм бер ҡатын мәйете сығара. Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте водителдең автомобиль менән идараны юғалтыуы һөҙөмтәһендә, машина пассажирҙары менән һыуға батыуын фаразлай.

Добавить в предпочтительные источники Google
Республиканың Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты Саҡмағош районында 49 йәшлек ирҙең һыуға батып үлеүе хаҡында хәбәр итә. Кисә, 19 майҙа, диспетчер пультына хәбәр алыу менән ҡотҡарыусылар ваҡиға урынына бара, тик ярҙам итергә һуң була.
Унан бер көн алда Тәтешле районында ла һыу ҡорбандары теркәлгән. Ҡотҡарыусылар 18 майҙа һыуға төшөп киткән автомобилдән өс: ике ир һәм бер ҡатын мәйете сығара. Эске эштәр министрлығының матбуғат хеҙмәте водителдең автомобиль менән идараны юғалтыуы һөҙөмтәһендә, машина пассажирҙары менән һыуға батыуын фаразлай.