Йәмғиәт Общество
21 Мая 2021, 13:05

Баҡсағыҙҙың файҙаһын күрәһегеҙме?

– Әсәйем дә, ҡәйнәм дә – баҡса ҡолдары. Минән дә шуны көтәләр. Ә миңә иһә, кәрәк емеш-еләкте магазиндан алыу уңайлыраҡ. Әллә ниндәй сығымдар ҙа талап ителмәй, – тигәйне бер танышым. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Баҡса үҫтереп уның файҙаһын күреп буламы? Кем нисек уйлай?

  • Баҡсағыҙҙың файҙаһын күрәһегеҙме?
    – Әсәйем дә, ҡәйнәм дә – баҡса ҡолдары. Минән дә шуны көтәләр. Ә миңә иһә, кәрәк емеш-еләкте магазиндан алыу уңайлыраҡ. Әллә ниндәй сығымдар ҙа талап ителмәй, – тигәйне бер танышым.
    Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ? Баҡса үҫтереп уның файҙаһын күреп буламы? Кем нисек уйлай?
    М. Раушания, Байыш ауылы:
    – Үткән йыл өс тоҡ ҡына ҡартуф сәстек һәм бик мул уңыш йыйып алдыҡ. Ошоға тиклем магазинға ҡуйып һаттым. Шулай уҡ баҡсанан бик мул уңыш йыйып алдыҡ һәм бер нәмәне лә әрәм итмәй тоҙлап, салаттар, огонек эшләнем, һуттар яптым. Быйыл бер-ике кеше тоҙло ҡыяр, помидор һатыуымды һораны һәм һатып алырға теләүселәр күбәйеп китте. 3 литрлы банканы 300 һумға һаттым. Шулай итеп, кишер, сөгөлдөрҙәрҙе лә һатып бөттөм. Иш янына – ҡуш булды.
    А. Артур, Иҫәнғол ауылы:
    Балалар күп, шуға тырышаһың инде. Ҡатыным балаларға тип емеш-еләк туңдырып ҡуйҙы былтыр. Ҡыш буйы рәхәтләнеп ашанылар. Балалар хаҡына тырышаһың инде. Ергә эйелһәң, ул рәхмәт әйтә. Мул уңыш бирә. Үҙең үҫтергәнде магазиндыҡы менән тиңләп булмай инде!
    Б. Нурғәле, Юлдаш ауылы:
    – Мин ауыр хәлдә ҡалғандарға, эшһеҙлектән, аҡсаһыҙлыҡтан йонсоған кешеләргә баҡсасылыҡ менән шөғөлләнергә тәҡдим итәм. Бер нисә һумға орлоҡ алып, сәсеп үҫтереп, Абзан баҙарына сығарып һатһағыҙ, яҡшығына килем алырһығыҙ, тием. Ҡул ҡаушырып ултырырға ярамай... Ҡасып китһәң дә, сәсеп кит, тигән боронғолар.
    И. Лилиә, Иҫәнғол ауылы:
    – Баҡса – минең ожмахым. Ниндәй генә сәскә сәсмәйем, ниндәй генә емеш-еләк, йәшелсә үҫтермәйем! Әлбиттә, ер биргән байлыҡтан аҡса эшләү мөмкинлеген дә файҙаланам. Шуға ла миңә яҙ февралдә етә. Хәҙер үҙемдең һатып алыусыларым бар, алдан заказдар биреп ҡуялар. Сәскә үҫентеләре һатып ҡына ла 50 мең һум эшләйем. Әле өй һалып ятабыҙ. Киләсәктә килемде өсләтә арттырырға
  • иҫәп тотам, баҡсамды ла тағы ла киңәйтергә торам.
    Читайте нас