– Беҙ эшкәртелгән һәм сәсеү әйләнешенә индерелгән 850 гектар ерҙә: борсаҡ, бойҙай, арпа, көнбағыш үҫтерәбеҙ. 350 гектар ерҙә ҡарабойҙай сәсәһе бар әле, – тип хужалыҡтағы сәсеү эштәре барышы менән таныштырҙы “Руссал” ЯСЙ-һының етәксеһе Руслан Байбулатов.
Ауыл хужалығы ойошмаһында К-700, ДТ, “Беларус” тракторҙарында 15 кеше иртә таңдан ҡара төнгә тиклем тир түгә. Етәксе Фәнис Күсәковты, Нәбиулла Мансуровты, Усман Ниғмәтуллинды айырым һыҙыҡ өҫтөнә алды. Һуңғыһы быйыл ғына эшкә килһә лә тырышып, яҡшы эшләй, тип һөйөнә.
Сәсеү эшендә һуңларға ярамай. Бигерәк тә быйылғы кеүек көндәр ҡоро торғанда ер дымлы ваҡытта, мәлендә сәсеп ҡалыу уңыштың төп нигеҙе булып тора. Шулай уҡ эште белеп ойошторғанда, алдынғы технологияларҙы ҡулланғанда аграр тармаҡта яҡшы һөҙөмтәләргә өлгәшергә була.
Хужалыҡта 150 баш һыйыр аҫрала, улар быҙауҙары менән йәйләүгә сығарылған. Быҙауҙар һыйырҙарҙы имеп йөрөй. Киләсәктә үгеҙҙәрҙе үҫтереп, һимертеп, иткә һатасаҡтар.
Хужалыҡ ярайһы уҡ ҙур, бөтә эштәрҙә улы Әхәт етәксенең ҙур ярҙамсыһы. Ул 2015 йылда ауыл хужалығы университетының ветеринария факультетын тамамлап ҡайта һәм ең һыҙғанып эшкә сума.
Көндө төнгә ялғап баҫыу киңлектәрен иңләгән механизаторҙарҙы төшкө, киске аш менән Зилиә Байбулатова һыйлай. Берҙәмлектә – көс, тигәндәй, һәр кем үҙ эшен белеп, еренә еткереп эшләгәндә уңыш үҙен оҙаҡ көттөрмәй.