Зәңгәр күктә, көмөш толомдарын таратып, ҡояш йылмая, ә шаян ел шаярып уҡыусыларҙың сығарылыш таҫмаһын тегеләй-былай тартҡылай. Байрам шатлығы уҡыусыларҙың йөҙөндә сағылып, тирә-йүнгә байрам кәйефе бөркә. Геүләп тора мәктәп.
Райондың иң ҙур ауылдарының береһе булған Иҙелбәк мәктәбе был. Унда – 137, ике филиалында: Ҡужанаҡ төп белем биреү һәм Казанка башланғыс мәктәптәрендә тағы ла 38 уҡыусы белем ала.
Быйыл был мәктәпте алты уҡыусы – ике ҡыҙ, дүрт егет тамамлай. Уҡыусылар илгәҙәк, алсаҡтар һәм һәр ваҡыт ярҙам итергә әҙер торалар, ти уларҙың класс етәкселәре Гөлназ Төрөпҡолова. Ул 1997 йылда БДУ-ны тамамлағандан бирле мәктәптә эшләй. Быйыл район кимәлендә “Йыл уҡытыусыһы” конкурсында ҡатнашып, 2-се урынға лайыҡ булған. Уҡыусылары ла район, республика кимәлендәге конкурста ҡатнаша. Мәҫәлән, Урал Исоков быйыл башҡорт теленән олимпиадала муниципаль этапта призер була, уның шулай уҡ шахмат буйынса ла еңеүҙәре бар. Бер нисә йыл элек Ленария Ғәлимйәрова биологиянан еңеүсе булған. Илнур Дәүләтшин көрәште үҙ итә һәм самбо, кикбоксингҡа йөрөй. Сибай ҡалаһында ярышта ҡатнаша. Рудис Ғәббәсов фотолар конкурсында ҡатнашҡан. Уҡыусылар ярышып-ярышып, бер-береһенең уңыштары, ҡайҙа, нисек ҡатнашыуҙары тураһында һөйләне. Шул ваҡытта уларҙың бер-береһенә иғтибарлы, кеселекле, кешелекле булыуҙары күренде.
Мәктәпте тамамлаусыларға оло тормошҡа фатихаһын биреп, һуңғы ҡыңғырау сыңлай. Юлдарығыҙ уң булһын, йөрәктәрегеҙҙәге йәшлек дәрте һүрелмәһен, ҡыҙҙар һәм егеттәр!