Йәмғиәт Общество
23 Мая 2021, 09:25

Үҙең өсөн тип эшлә

Бер ҡарт балта оҫтаһы хаҡлы ялға китергә йыйына. «Ҡалған ғүмеремде ғаиләмә – ҡатыныма, балаларыма, ейәндәремә бағышлап, тормоштоң йәмен татып йәшәгем килә», – тип хужаһынан эштән ебәреүен үтенә.

Бер ҡарт балта оҫтаһы хаҡлы ялға китергә йыйына. «Ҡалған ғүмеремде ғаиләмә – ҡатыныма, балаларыма, ейәндәремә бағышлап, тормоштоң йәмен татып йәшәгем килә», – тип хужаһынан эштән ебәреүен үтенә.
Хужа шундай һәйбәт оҫтаны юғалтырына үкенә һәм һуңғы йортто һалыуын һорай. Балта оҫтаһы ризалаша. Әммә эшкә артыҡ ҙур теләк менән тотонмай, элеккесә бөтә күңелен һалып башҡармай. Ул ашыға, бигүк һәйбәт булмаған материалдарҙы файҙалана, ҡайһы бер урындары теүәл дә килеп сыҡмай.
Балта оҫтаһы эшен бөтөрә. Хужа уны ҡабул итергә килә. Ҡарап бөткәс, ул оҫтаға өйҙөң асҡысын тоттора.
– Был өй – һинеке. Оҙаҡ йылдар һәйбәт эшләгәнең өсөн минән бүләк, – ти.
«Ай, ниндәй оят! Ниндәй фажиғә! Әгәр ошо йорттоң үҙемә булырын белһәм, бөтөнләй икенсе төрлө башҡарыр инем бит. Хәҙер насар итеп төҙөлгән йортта үҙемә йәшәргә тура киләсәк!» – тип ҡайғырған оҫта.
Аҡыл: бер ваҡытта ла кешегә тип түгел, ә үҙең өсөн тип эшлә!
Читайте нас