Йәмғиәт Общество
23 Мая 2021, 13:30

Яҡташтарыбыҙ тураһында

Руша апай Солтанғолованың да әле шундай мәле, бер яҡтан ҡыуаныс, әле генә, бәләкәй булып, үҙен һырып, йүгереп йөрөйҙәр ине, әле баштан үрә ҡарап торалар - егеттәре бөркөт, ҡыҙҙары - ҡыр боландары.

Руша апай Солтанғолованың да әле шундай мәле, бер яҡтан ҡыуаныс, әле генә, бәләкәй булып, үҙен һырып, йүгереп йөрөйҙәр ине, әле баштан үрә ҡарап торалар - егеттәре бөркөт, ҡыҙҙары - ҡыр боландары. Дәрттәре ташып тора. Икенсе яҡтан... Әйтеп аңлатыу мөмкин түгел. Йырлағы ла килә, илағы ла. Руша апай - шағирә, бындай мәлдәрҙә шиғыр яҙа.
Осорҙом мин ҡоштарымды
Осоҙом мин ҡоштарымды,
Остолар йыраҡ.
Киткән юлдарына ҡарап
Торам мин илаҡ.
Ҡанаттарын нығыттылар,
Бала ҡоштарым.
Күтәрелделәр бейеккә,
Сабыр дуҫтарым.
Зәңгәр күкте иңләп осоп
Талмаһын ҡанат.
Йылдар үткәс яндарыма
Ҡайтығыҙ ҡабат.
Моңдарығыҙ күңелемә
Яғылып ҡалды.
Күңел генә юҡһыныуҙан
Мең һүнеп, янды.
Осорҙом мин ҡоштарымды
Зәңгәр күктәргә.
Һағыш утрауында ҡалдым,
Миңә ни эшләргә?
Киткән юлдарына ҡарап,
Талды күҙҙәрем.
Йылдар үткәс әйләнеп тә
Ҡайтыр үҙҙәре...
Ҡайтыр, апай, мотлаҡ ҡайтырҙар. Ҡанаттары ғына ныҡ булһын.
Читайте нас