Урмандарҙы «Лепидоцид СК», «Клонрин» препараттары менән эшкәртеү 10 июнгә тиклем дауам итә. Аҡыулау эштәре төнөн башҡарылһа ла, ағыуы һаҡлана. Шуға ла ошо осорҙа урманға йөрөмәй , дарыу үләндәре, ҡуҙғалаҡ кеүек үләндәрҙе йыймай, имеҙгән малдарҙы, йәш малдарҙы бер нисә көн сығармай торорға кәрәк. Ҡорттарҙың да осоуын сикләү кәңәш ителә.