Йәмғиәт Общество
24 Май 2021, 12:55

Ҡорбандар табылып тора

Мутлашыусыларҙың банк картаһынан аҡса урлау осраҡтары хаҡында әленән-әле иҫкәртеп тороуға ҡарамаҫтан, ҡорбандар барыбер табылып тора. Ейәнсура эске эштәр бүлеге хәбәр итеүенсә,

Мутлашыусыларҙың банк картаһынан аҡса урлау осраҡтары хаҡында әленән-әле иҫкәртеп тороуға ҡарамаҫтан, ҡорбандар барыбер табылып тора.
Ейәнсура эске эштәр бүлеге хәбәр итеүенсә, уҙған аҙнала ғына йәнә шундай осраҡтар теркәлгән. Иҙәш ауылы кешеһенең картаһынан - 15 мең, Абзанда йәшәүсенән иһә 6 мең һум урлағандар.
Иң ҡыҙғанысы, күп осраҡта ҡорбандар мутлашыусыларға аҡсаларын үҙ ҡулдары менән бирә. Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: банктарҙың "ҡайнар линия" телефондары була. Һеҙгә йәнәһе лә банк вәкиле шылтыратып, юҡ-бар менән башығыҙҙы ҡаңғырта, күп һорауҙар бирә башлай икән, һүндерегеҙ ҙә банк менән бәйләнешкә инегеҙ. Әммә картағыҙҙың, паспортығыҙҙың мәғлүмәтен телефон аша СИТ КЕШЕГӘ (үҙен кем генә тип танытыуына ҡарамаҫтан) БИРЕҮҘӘН ТЫЙЫЛЫҒЫҘ!
Читайте нас