Йәмғиәт Общество
25 Мая 2021, 10:05

Ямғыр яу-яу, иген үҫ-үҫ!

Көн менән төндө ялғап эшләгәндә, сәсеү ике сменала бара, бренсе сменала Рәсүл Атнағолов, Илгиз Аҙнабаев, Айрат Әбделғужин, Вәкил Байбулатов эшләһә, төнгө сменала Әсҡәт Аҙнабаев, Ришат Хәсәнов һәм Ҡарғалы ауылы ир-егеттәре Фәнил Ҡорбанаев менән Рәис Ҡазбәков культивацияла йөрөй.

Сәсеү-2021
Ауыл хужалығында яҙғы баҫыу эштәре тамамланыуға бара. Крәҫтиән өсөн был көндәрҙең һәр сәғәте ҡәҙерле, сөнки буласаҡ уңышҡа нигеҙ бөгөн һалына
Үткән ял көндәрендә шәхси эшҡыуар Булат Әбделғужин хужалығында ла эштәр йомғаҡланыуға барҙы. Һуңғы суданка баҫыуында культивациялау менән сәсеү эштәре йылдам бара. Был хужалыҡта барлығы 1548 гектар ерҙә яҙғы культуралар, шул иҫәптән 213 гектарға көнбағыш сәселгән.
Хужалыҡ етәксеһе Булат Зөлкәфир улы яҙҙың һәр көнөн файҙаланып ҡалырға тырыша. Көндәрҙең яуым-төшөмһөҙ тороуы игенселәргә ең һыҙғанып эшләргә мөмкинлек бирҙе. Мул уңышҡа төплө нигеҙ һалынды, тик ваҡытында ямғыр булһа, бик тә яҡшы булыр ине.
Быйылғы сәсеүҙә дүрт Т-150 культивацияла йөрөй, тағы өс “Беларус” – сәсеүҙә. Тәүҙә үҙҙәренең техникаларында Иван Тупицин менән Рәис Әбделғужин сәсеүгә төшә, тик тракторҙары боҙолғас, эште Рәмил Ҡыуатов менән Илнар Әбделғужин хужалыҡ тракторҙарында тамамлап ҡуя. Тракторын йүнәткәндән һуң, Рәис Әбделғужин Рәшит Исмәғилев менән көнбағыш сәсә. Тағы ла ике “Беларус” катуклауҙа йөрөй.
Көн менән төндө ялғап эшләгәндә, сәсеү ике сменала бара, бренсе сменала Рәсүл Атнағолов, Илгиз Аҙнабаев, Айрат Әбделғужин, Вәкил Байбулатов эшләһә, төнгө сменала Әсҡәт Аҙнабаев, Ришат Хәсәнов һәм Ҡарғалы ауылы ир-егеттәре Фәнил Ҡорбанаев менән Рәис Ҡазбәков культивацияла йөрөй.
Баҫыу батырҙарын туҡландырыу ҙа яҡшы ойошторолған. Әйтергә кәрәк, 1990 йылдан алып, был хужалыҡта яланда эшләүселәрҙе ашатыуҙы Венера Танһыкҡужина үҙ өҫтөнә алған. Һуңғы дүрт йылда хаҡлы ялда булыуына ҡарамаҫтан, сәсеү һәм урып-йыйыу ваҡытында ең һыҙғанып ярҙамға килә.
Ошондай ҡыҙыу мәлдә склад мөдире, бухгалтер вазифаһын Миләүшә Аҡҡужина башҡара. Ул эш барышын теркәп, иҫәп-хисап алып бара.
Баҫыу эшенә тотоноу менән техникалар бер аҙ көйһөҙләнеп, бәләкәй генә булһа ла ремонт эштәре талап ителә. Был осраҡта иретеп-йәбештереүсе Ринат Иҙрисовһыҙ булмай. Ул да алһыҙ-ялһыҙ эш урынында тир түгә.
Сәсеү тип әйтеүе геннә еңел, ә уның мәшәҡәттәре бихисап. Мәҫәлән, иген һаҡланған келәттә лә эштәр башҡарырға кәрәк. Шуның иң һуңғыһы – игенде тейәп, сәсеүселәрҙе орлоҡ менән өҙлөкһөҙ тәьмин итеү. Был йәһәттән, Ғәзим Ғәлиев – алмаштырғыһыҙ хеҙмәткәр.
Күмәк көс менән башҡарылған эштең аҙағы һөйөнөслө булһын. Ямғырҙар ваҡытында яуып, иген мул булып үҫһен!
Читайте нас