Йәмғиәт Общество
26 Мая 2021, 15:28

Тыуған көндәр ҡотло булһын!

Дуҫтар! Һеҙҙең иғтибарға ҡотлау шиғырҙары тәҡдим итәбеҙ!

Тыуған көндәр ҡотло булһын!
Был көн шундай күңелле һин тыуғанға,
Был донъя шундай яҡты һин булғанда.
Бөгөн йыһан шатлана һин тыуғанға.
Тирә-яҡта һәр саҡ байрам һин булғанда.
Бөгөнгөләй һөйкөмлө бул!
Бөгөнгөләй бәхетле бул:
Йәй гөлдәре Үҫкәндә лә,
Яҙ япраҡтар ярғанда ла,
Көҙ елдәре иҫкәндә лә,
Ергә ҡарҙар яуғанда ла!
Ғүмерең хазинаһына
Өҫтәлде тағын бер йыл,
Моңайма йылдар үтә тип,
Йылмай һин - бәхетле бул!
Ҡотло булһын байрамың,
Тыныс булһын күңелең,
Шатлыҡ - һөйөнөстәр менән
Тулы булһын ғүмерең!
Ғәмле йылдар, йәмле көндәр
Теләйбеҙ ысын йөрәктән!
Һис кисектермәй ысынға ашһын,
Беҙҙең күркәм теләктәр!
Тыуған көндәр һәр саҡ ҡотло булһын!
Һыҙылып та атһын ал таңдар,
Айлы кистәр сағыу нурын бөркһөн,
Шаярышып аҡһын болоттар,
Сәскә таждарына ысыҡ ҡунһын,
Көн дә ҡояш күктә балҡыһын,
Аллаһ үҙе ҡурсып, һаҡлап торһон
Ергә тыуған һәр бер балаһын.
Изге көндә ҡотлап теләк әйтәм,
Шатлыҡ менән үтһен ғүмерҙәр,
Бәхет, һаулыҡ, уңыш юлдаш булһын,
Яҡын кешеләрең – имендәр.
Үргә атлар өсөн көсөң артһын,
Дәрт һәм ҡеүәт һәр саҡ өҫтәлһен,
Күңелдәрҙә булған бар теләктәр
Ғәмәлдәргә ашһын, үтәлһен.
Әлиә Булатова (Әмирова)
Бөгөнгөләй байрамдарҙы
Гел ҡаршылайыҡ бергәләп!
Һеҙгә насип булған бәхет-шатлыҡ,
Яҡты көндәр мәңге үтмәһен.
Сәләмәтлек – ярты бәхет, тиҙәр,
Шуныһы бигерәк ситләп үтмәһен.
Бәхет шишмәләрең мул аҡһын,
Ҙур шатлыҡтар менән таң атһын.
***
Һин тыуған көн бик күңелле булған,
Тәбиғәт тә таң ҡалған.
Тыуған көнгә күркәм теләктәрҙе
Юллайым әле, дуҫым, ҡуш услап.
Бер ҡасан да һаулыҡ ташламаһын,
Бәхеттәрең булһын түңәрәк.
Шатлыҡ артынан шатлыҡ килһен,
Бала-саға үҫһен тәгәрәп.
Ҡотло булһын тыуған көнөң!
Был көн шундай күңеллелер
Һин тыуғанға,
Был донъя шундай яҡтылыр
Һин булғанға.
Бөтә йыһан шатланғандыр
Һин тыуғанда.
Тирә-яҡта һәр саҡ байрам
Һин булғанда.
Бөгөнгөләй һөйкөмлө бул!
Бөгөнгөләй бәхетле бул:
Йәй гөлдәре үҫкәндә лә,
Яҙ япраҡтар ярғанда ла,
Көҙ елдәре иҫкәндә лә,
Ергә карҙар яуғанда ла!
Ҡотло булһын тыуған көнөң!
Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең! 55 йәш ул ир-егет өсөн ғүмерҙең ҡап уртаһы ғына,
тормошта үткән юлға һығымталар яһап, киләсәккә яңы пландар ҡорор саҡ ҡына.
Ошо иҫтәлекле көнөң менән ҡотлап, һиңә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, йән тыныслығы,
күңел көрлөгө һәм һәр саҡ йылмайып йәшә үеңде теләйбеҙ.
Кешелекле бит һин, изге йәнле,
Ярҙамсыл һин дуҫҡа, туғанға.
Һинән гәзиз кеше бармы икән.
Беҙ бәхетле тик һин булганға.
Һыҙылып атҡан сихри алһыу таңдар
Килһен һиңә ҡояш, нур булып.
Сәләмәтлек, бәхет юлдаш булһын,
Ҡыуаныстар килһен урғылып!
Тыуған көнөң һымаҡ йәмле булһын
Йәшәр йылдарыңдың ағышы.
Дәрт-дарманлы булһын хыялыңдың
Йәшәр өсөн ҡанат ҡағышы.
Ғүмер юлдарыңа аҡ нур һипһен
Тыуыр таңдарыңдың балҡышы.
Томбойоҡло күңел күлдәреңдең
Йәшә булып гүзәл аҡҡошо!
Ҡотло булһын һинең тыуған көнөң,
Күҙҙәреңдә шатлыҡ һүнмәһен.
Бөгөнгөләй шат йылмайған йөҙөң
Ҡайгы сатҡылары күрмәһен.
Саф йөрәктән сыҡҡан теләктәрҙе
Ҡабул итсе тыуған көнөңдә.
Бәхет, шатлыҡ, һаулыҡ юлдаш
Булһын тормош күгендә.
***
Һинең алсаҡлығың, ихласлығың
Тартып тора беҙҙе үҙенә.
Бирешмәйсә тормош елдәренә
Ҡыйыу атла ғүмер үренә.
Күңелең шат, йөҙөң көләс булһын,
Бер ҡасан да, һис тә бойоҡма.
Эштәрең уң, һаулығың ныҡ булһын,
Бар теләгең ашһын бойомға.
Йәшә һин мәңгелек гөл булып,
Бәхеткә – шалыҡҡа күмелеп.
Һәр ваҡыт йылмайып һәм көлөп,
Ҡәҙергә, хөрмәткә төрөнөп.
Йортоңа ҡайғылар килмәһен,
Гөрләп торһон һәр саҡ өй түрең.
Шаулап үҫһен сәскә-гөлөң,
Йәмләндереп һинең ғүмерең.
Тәбрикләйем һине тыуған көнөң менән! Байрамың матур көндәр, изге хәбәрҙәр, шатлыҡлы яңылыҡтар ғына алып килһен. Бөгөнгө шат, сәләмәт, бәхетле йылмайыуың һине бер ҡасан да ташламаһын. Һәр саҡ шулай саф күңелле серҙәш, тоғро ярҙамсы, үҙ һөнәрен яҡшы белгән хеҙмәт өлгөһө булып оҙон-оҙаҡ йылдар йәшәүеңде теләйем. Сәләмәтлек, йән-тән тыныслығы һәм бәхеттәр һиңә ихлас күңелдән.
Әсәйҙәргә ҡотлау һүҙҙәре

Әсәйҙәр күҙе — иң матур күҙҙәр,
Әсәйҙәр һүҙе — иң наҙлы һүҙҙәр.
Улар бирәләр иң дөрөҫ кәңәш,
Улар булалар иң яҡшы серҙәш.
Иң нескә күңел, иң саф, ҙур йөрәк,
Иң ҡайнар һөйөү, иң изге теләк.
Иң йылы ҡуйын — Тик әсәйҙәрҙә.
Бәхет бар улар булган өйҙәрҙә.
Йәшәү йәмен һеҙ биргән бит беҙгә.
Әсәйҙәр, рәхмәт, мең рәхмәт һеҙгә!
Ҡәҙерле, Әсәкәйем!!!!
Күҙ нурыңды түктең беҙҙең өсөн,
Йөрәк йылың булды гел юлдаш.
Шатлығыбыҙ арта һиңә ҡарап,
Беҙҙең өсөн бәхет һин булғас.
Һин – ерҙәге ҡояш беҙҙең өсөн,
Наҙ, хәстәрлек бөркә йөҙөңдән!
Беҙгә ҡылған барлыҡ изгелегең
Изгелек булып ҡайтһын үҙеңә!
Күҙ нурҙарын түгеп,күңел биреп,
Төн йоҡламай ҡарап үҫтерҙең,
Хәҙер һинең ғәзиз балаларың
шатлыҡ-ҡыуаныстар килтерһен.
Сал сәстәрең араһында
Мин ағартҡан сәс тә бар.
Һинһеҙ, әсәй, тормош йәмһеҙ.
Һинһеҙ,әсәй,донъя тар.
Оҙон ғүмер, һаулыҡ бирһен Хоҙай
Баш эйәмен һинең алдыңда.
Изгелегең өсөн мең-мең рәхмәт,
Ҡояш ҡына көлһөн ғүмер таңыңда!
Әсәй! Күк йөҙөндәге ҡояш кеүек һин беҙҙең тормошобоҙҙо яҡтыртыусы һәм йылытыусы кешебеҙ! Ҡәҙерлебеҙ беҙҙең, ныҡлы сәләмәтлектә тыуған йортобоҙға йәм биреп, дуҫтар-туғандар ихтирамында, беҙ — балаларың игелегендә, изгелегендә иҫән-имен оҙаҡ йәшәүеңде теләйбеҙ.
Ҡәҙерле әсәйебеҙ күркәм байрамың менән ысын күңелдән ҡотлап,
иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Ҡәҙерле әсәйебеҙ!
Киләсәктә лә тормошҡа йәм биреп, һөйөклө атайыбыҙ менән оҙаҡ йылдар һоҡланғыс пар булып, аҡ бәхеттәргә генә төрөнөп йәшәгеҙ. Байрамығыҙ — мөбәрәк, эштәрегеҙ — уң, донъяң түңәрәк булһын! Ҡәҙерле әсәйебеҙ күркәм байрамың менән ысын күңелдән ҡотлап,
иң изге, яҡты, матур теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Ҡәҙерле әсәйебеҙ!
Киләсәктә лә тормошҡа йәм биреп, һөйөклө атайыбыҙ менән оҙаҡ йылдар һоҡланғыс пар булып, аҡ бәхеттәргә генә төрөнөп йәшәгеҙ. Байрамығыҙ — мөбәрәк, эштәрегеҙ — уң, донъяң түңәрәк булһын!

Йәшәү шатлығы һин беҙҙең өсөн,
Үтер юлыбыҙға үрнәк һин.
Сабырһың да, оло йәнлеһең дә,
Беҙҙең өсөн һәр саҡ кәрәк һин.
Рәхмәт, әсәй, барыһы өсөн дә,
Беҙ бәхетле һинең яныңда.
Йәшә мәңге ҡәҙер-хөрмәттә,
Тормош йәмле тик һин булғанға!
Беҙҙең өсөн күпме тырыштың һин,
Уйландың һин ғүмер эсендә.
Онотмайбыҙ, әсәй, бер ҡасан да,
Рәхмәт һиңә барыһы өсөн дә.
Сәләмәт бул, гел йылмайып йәшә,
Бәхет ҡунһын күңелең түренә.
Барыбыҙға ҡанат-терәк булып,
Талмай атла ғүмер үренә!
Мин бер тамсын hинен - шул да бәхет,
Йайғор-хыялдарын миңә күсә.
Бөйоклөгөң менән йылдар кисеп,
Мәңге йәшә, әсәй, мәңге йәшә!
Шатлыҡ-ҡыуаныстар,сәләмәтлек
Юлдаш булhын, әсәй, ғүмергә.
Йортобоҙҙо йылытыусы усаҡ,
Нур hибеүсе ҡояш hин беҙгә.
Һөйөүемде һинән йәшермәйем,
Һинең алда башым эйәмен.
Минең ғүмерем бит һинән бүләк,
Рәхмәт һиңә, әсәй, тиәмен.
Ал таңдарҙы бирҙең миңә, әсәй,
Үҫтерҙең тик бәпләп, ҡәҙерләп.
Ғәзиз әсәкәйем, һиңә ҡалам
Иң ҙур бәхеттәрҙе мин теләп.
Г. Хисмәтованан.
Атайҙарға ҡотлау һүҙҙәре
Атайыбыҙ – беҙҙең ҡәҙерлебеҙ,
Беҙ бәхетле ерҙә һин барға.
Фәрештәләр ҡунһын иңдәреңә
Тыуған көнөң менән ҡотларға.
Төрлө саҡты күргәнһеңдер, атай,
Йөрәгеңдә күптер яра ла.
Кәңәшсебеҙ, терәгебеҙ булып
Оҙаҡ йәшә беҙҙең арала.
Рәхмәт, атай, һиңә мең-мең рәхмәт,
Бар нәмәгә булдың түҙемле.
Сәләмәт бул, ҡайғылар һис күрмә,
Хоҙай ололаһын үҙеңде.
Беҙҙең өсөн мәңге ҡәҙерле һин,
Хоҙай ҡушһын бергә йәшәргә.
Ер йөҙөндә күпме кеше йәшәй,
Иң яҡыны беҙгә һин генә.
Читайте нас