Магазинда эшләүсе һатыусы гел урамға ҡарап, тышты күҙәтергә яратҡан. Бер мәл бәләкәй генә ҡыҙыҡайҙың, күптән эҙләгән нәмәһен тапҡандай, витрина быялаһына терәлеп тигәндәй торғанын күрә. Уның зәңгәр күҙҙәре ҡыуаныстан балҡып яна. Ҡыҙ эскә инә лә фирүзә мәрйенде күрһәтеүҙәрен һорай.
– Был – минең апайыма бүләк. Һеҙ уны матур итеп төрөп бирә алмаҫһығыҙмы? – ти ул.
Магазин хужаһы шикләнә биреп:
– Ә һинең аҡсаң бармы? – тип һорай.
Ҡыҙыҡай кеҫәһенән ҡулъяулыҡ килтереп сығара ла ундағы бөтә ваҡ аҡсаһын теҙеп һалып бәхетле йылмая:
Өҫтәлдә ни бары тинлек аҡсалар була. Ә ҡыҙыҡай ғорурлыҡ менән дауам итә:
– Беләһегеҙме, өлкән апайым әсәйебеҙ үлгәндән бирле беҙҙең хаҡта хәстәрлек күрә, ә үҙенә бөтөнләй ваҡыты ҡалмай. Бөгөн – уның тыуған көнө. Ошо мәрйендәр күҙҙәренең төҫөнә тап килеп тора.
Һатыусы магазиндың төпкө яғынан матур футляр килтереп, фирүзәне шунда һала. Тышынан
ялтыр ҡыҙыл ҡағыҙ менән төрә һәм матур йәшел төҫтәге таҫма менән бәйләп ҡуя.
– Тот! – ти ул ҡыҙыҡайға бүләген биреп. – Һаҡ ҡына алып ҡайт.
Ҡыҙыҡай бәхетле йылмайып сығып китә.
Эш сәғәте тамамланып барғанда магазинға йәш сибәр ҡыҙ килеп инә. Ул баяғы футлярҙы өҫтәлгә ҡуйып, һатыусыға мөрәжәғәт итә:
– Был мәрйен һеҙҙән алынғайнымы? Күпме тора ул?
– Ә-ә! – тип бер мәлгә ни әйтергә белмәй ҡала хужа. Шунан артабан дауам итә. – Минең магазиндағы тауарҙарҙың хаҡы -һатыусы менән һатып алыусы араһындағы сер.
– Әммә һеңлемдең бер нисә тинлек аҡсаһы ғына бар ине, – ти ҡыҙ. – Был мәрйен ысын фирүзә ташынан. Бик ҡиммәт торалыр. Беҙҙең уның хаҡын түләргә хәле-беҙҙән килмәй!
Һатыусы футлярҙы кире ҡыҙға һуҙа.
– Һеңлегеҙ был бүләккә бик ҙур хаҡ түләне, ул бөтә булғанын бирҙе.
Бәләкәй генә магазинда тынлыҡ урынлаша. Ҡыҙҙың биттәренән күҙ йәштәре ағып төшә. Үҙе ҡалтыранған ҡулдары менән төргәкте ҡыҫып тота...