Йәмғиәт Общество
28 Мая 2021, 06:10

#афарин

Әлеге мәл өсөн хас булған тирәк мамығы юлдарҙа сүп булып ятыуы, янғын хәүефе тыуҙырыуы (һүнеп бөтмәгән төпсөк төшһә, "гөлт" итеп ҡалмаҫ тимә...) менән генә түгел, ә аллергия менән яфаланыусылар өсөн дә мәшәҡәт тыуҙыра.

Шуға ла коммуналь тармаҡ хеҙмәткәрҙәре һәр иртән бер нисә берәмек техника менән Иҫәнғолдоң үҙәк урамдарын йыуҙырып сыға. Тирәк мамығы ла, саң да баҫыла, һулар һауа - сафланып, урам таҙарып ҡала.

Бына шулай, күренмәгән, әммә бик кәрәк эш башҡара коммунальщиктар.
Читайте нас