Йәмғиәт Общество
28 Мая 2021, 05:15

Бөгөн дә, инде 28-се тапҡыр, стройға баҫып, командирыбыҙ етәкселегендә “бағана”ға барасаҡбыҙ.

Ғаиләләребеҙ, балаларыбыҙ менән бергәләп төрлө уйындарҙа ҡатнашып, тәмле кәкүк сәйе эсеп, рәхәтләнеп ял итеп ҡайтабыҙ.

Зөфәр Иҙрисов, Ибрай ауылы:
- Быйыл сик буйы һаҡсылары көнө 103-сө тапҡыр билдәләнә. Мин үҙем 1989-1991 йылдарҙа Төркмәнстан менән Афғанстан сигендә хеҙмәт иттем. Ә беҙҙең ауылда төрлө йылдарҙа хеҙмәт иткән 21 пограничник ине, икәүһе мәрхүм булды. 1994 йылда РФ Президенты Указы менән Рәсәйҙә сик буйы һаҡсылары көнө тип иғлан ителгәс, ауылдаштар менән йыйылырға һөйләштек. Иң өлкәнебеҙ – Зәкир олатай Ҡолмөхәмәтов, унан ҡала Рафиҡ ағай Ҡолғарин килә. Бөтәбеҙ бер тауыштан Рафиҡ ағайҙы беҙҙең “Ибрай сик буйы заставаһы” командиры итеп билдәләнек. Уны “дед” тип йөрөтәбеҙ. Шулай уҡ башҡаларҙың да тәғәйен вазифалары бар: кемдер –застава командиры урынбаҫары, кемдер – тыл буйынса урынбаҫар һ.б. Быйыл да, инде 28-се тапҡыр, йәнә стройға баҫып, командирыбыҙ етәкселегендә Бәләкәй йылға (тәүҙә Һикәл аҫтында ине) буйында ҡуйылған “бағана” янына барасаҡбыҙ. Ғаиләләребеҙ, балаларыбыҙ менән бергәләп төрлө уйындарҙа ҡатнашып, тәмле кәкүк сәйе эсеп, рәхәтләнеп ял итеп ҡайтабыҙ. Бәйгеләргә приздар ҙа алабыҙ. Былар барыһы ла – төштән һуң. Ә иртәнсәк беҙ байрамыбыҙҙы ауыл өсөн ниндәй ҙә булһа файҙалы эш менән билдәләйбеҙ. Мәҫәлән, төрлө йылдарҙа шулай Бәләкәй йылға аша күпер һалдыҡ, спорт майҙансығына футбол өсөн ҡапҡалар эшләнек, ауылдың аркаһын буяныҡ, волейбол майҙансығы эшләнек һ.б. Ғөмүмән, барлыҡ эштәрҙе ауыл биләмәһе башлығы Ш. Ҡолмөхәмәтов менән килешеп башҡарабыҙ. Райондың башҡа ауылдарында ла шулай сик буйы ғәскәрендә хеҙмәт иткәндәр бергә тупланып, байрамды матур итеп билдәләүе хаҡында беләбеҙ. Шуға ла район кимәлендә лә ойошма булдырыу өлгөрөп еткән мәсьәлә. Әле Күгәрсен, Иҫәнғол ауылындағы ошондай ойошма вәкилдәре менән район үҙәгендә урын билдәләп, сик буйы хеҙмәткәрҙәренә стела булдырыуҙы һорап, район хакимиәтенә мөрәжәғәт иткәнбеҙ.
Читайте нас