Уны эшләү өсөн 250-шәр г магазин ҡаймағы, шәкәр ҡомо, 1 г ванилин, 50 г аҡ май алабыҙ.
Ҡалын төплө һауытҡа ҡаймаҡ менән шәкәр ҡомон һалып, ҡайнатырға ҡуябыҙ. Шәкәр ҡомо иреп бөткәс, ванилин өҫтәйбеҙ. Болғатып, йәнә 20 минут ҡайнатабыҙ. Аҡ май ҡушып, тағын да 15 минут бешерәбеҙ. Көрән төҫкә ингәс, үҫемлек майы менән майланған формаларға ағыҙырға. Ирис тиҙ ҡата, шуға ла һалыу менән бысаҡты һыулап, киҫәктәргә бүлеп сығырға.