- Күрше, әллә ауырып киттең инде? Иртән табип сығып килгәнен күргән инем...
- Бәй, күрше урамда тороусы полковник, ҡатыны төнгө дежурҙа саҡта, һинән генә тура эшкә китә лә. Мин бит һуғыш башланған тип уйламайым...
Барыһы ла шым һәм тыныс ҡына барҙы. Ҡатыным күрше Әсмәнең минең эске кейем менән күтәрмәһен йыуғанын күргәнсе...
Ире ҡатынына:
– Ҡарасы, һөйөклөм, бөгөн ни тиклем балыҡ тоттом!
– Алдашма. Күрше Сәкинә һинең ит-балыҡ магазинына ингәнеңде күргән!.. Һөйләп китте инде миңә...
– Әәә, эйеее! Бер өлөшөн шул магазин хужаһына һатырға тура килде хатта!
- Ҡатының, күрше бисә менән үбешеп торғаныңды күргәс, нимә тип әйтте?
- Бер ни ҙә әйтеп торманы... Ә алдағы ике тешемде мин былай ҙа һурҙырырмын тип йөрөй инем
Урамда эскәмйәлә ике ҡааарт ҡына күрше әбей ултыра. Береһе икенсеһенән һорай:
- Минең исемемде хәтерләйһеңме?
Икенсеһе уйға бата биреп:
- Һиңә яуабы бик ашығыс кәрәкме? - тигән була ти.
Улы әсәһенә:
– Әгәр атайымдың күрше Әлфиә апайға нимәләр әйткәнен белгең килһә, планшетҡа алты мең һум бир.
– Мә, улым. Шунан, атайың нимә тине, теге күрше апайға?
– Нуу, атай күрше апайға: "Һаумыһығыҙ, Әлфиә Сабировна!" - тине.