Йәмғиәт Общество
30 Мая 2021, 05:42

Навигатор үлем артынан Үргенгә алып килгәнме?

29 майҙа көндөҙгө сәғәт 4-ҙә Яңы Петровка – Үрген юлында 67 йәшлек Татарстан кешеһе идара иткән Киа Рио автомобиле түңкәрелә. Һөҙөмтәлә...

29 майҙа көндөҙгө сәғәт 4-ҙә Яңы Петровка – Үрген юлында 67 йәшлек Татарстан кешеһе идара иткән Киа Рио автомобиле түңкәрелә. Һөҙөмтәлә водителдең алғы паассажир урынында ултырған ҡатыны һәләк була. Пенсионерҙар Татарстандан Йылайыр районына ҡунаҡҡа китеп барған булғандар, үҙҙәре менән 15 йәшлек ейәнсәрҙәрен дә алған булалар. Навигатор яңылыш юлды күрһәтеп Үргенгә алып киткән. Водитель йәрәхәттәр менән дауаханаға килтерелгән. Ейәнсәрҙәренең умыртҡа һөйәге һынған.
Был эш буйынса енәйәт эше асылған.
Читайте нас