Бер иргә төш керә. Имеш, Аллаһы Тәғәлә менән яр буйлап ҡомдан китеп бара. Күктә ирҙең тормошонда булған ҡыуаныслы ла, ҡайғылы ла ваҡиғалар күренеп ҡала икән. Шулай ғүмеренең һуңғы минуттары ялтлап үткәс, ир үткән тормошона, ҡомдағы эҙҙәргә әйләнеп ҡарай һәм күп ваҡыт яңғыҙ атлауын күрә. Бик ҡайғыра ул һәм Аллаһы Тәғәләгә мөрәжәғәт итә:
– Әгәр Һин ҡушҡанса йәшәһәм, Һинең юлыңдан барһам – ташламам, тип һин әйттең түгелме ни? Ниңә ҡыуанысымда, шатлығымда һинең менән йәнәш килгәнбеҙ, ҡайғыла – ҡомда эҙ берәү генә?
– Яратам һине һәм бер ҡасан да ташламайым. Эйе, тормошоңда ҡайғы-хәсрәт, һынауҙар күп булды һәм шул ваҡытта ҡомда бер эҙ генә ҡалды, сөнки мин һине күтәреп алып барҙым, – тигән Аллаһы.
Олатаһы ейәненә тормоштоң асылын аңлата. Ҡарт: Беләһеңме улым, тормош – ул һинең күңелеңдәге ике бүренең алышы. Береһе ҡурҡыу, нәфсе, нәфрәт, асыуҙы, икенсеһе мөхәббәт, шатлыҡ, ихтирамды кәүҙәләндерә.
Малай: Ә ҡайһыныһы еңә һуң?
Ҡарт: Ҡайһыныһын тәрбиәләйһең инде...