Бер-береңде хөрмәт итеп, ярҙамлашып, тыңлап йәшәгәндә шатлыҡ-һөйөнөстәр күп була. Балаларҙың береһе, ғаилә – минең өсөн мөхәббәт тә, изгелек тә, дуҫлыҡ та, шатлыҡ та, ата-әсә лә, балалар ҙа, тиһә, икенсеһе, беҙҙең ғаилә ҙур – 8 бала, беҙгә бергә бик тә рәхәт, күңелле, тип әйтә. Улар киләсәктә атай-әсәйебеҙҙе хөрмәт итеп кенә торасаҡбыҙ, тип вғәҙә итһә, ата-әсәнең теләге инде – балаларын лайыҡлы шәхес итеп күреү. Шуға балалары өсөн бөтә көстәрен сарыф итеп, яңынан-яңы пландар ҡороп, хыялдарын тормошҡа ашыралар. Атай кешенең үҙенә генә хас маҡсаты – ул да булһа ҡулынан килгәндә, көс–ғәйрәт барҙа балаларға йорт төҙөү. Әлегә балалар өсөн спорт комплексы итеп төҙөй, унда спорт менән шөғөлләнеү өсөн бөтә кәрәк-яраҡтар буласаҡ. Гүзәл менән Хәмит эш менән балаларҙа хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләргә тырыша. Малайҙар балта, тимер эшен, иретеп-йәбештереү һөнәрен үҙләштереп үҫә. “Эшләгәнегеҙ беҙҙең өсөн булһа, өйрәнгәнегеҙ үҙегеҙ өсөн”, – ти улар. Ҡулы эш белгән кеше бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмай. Хеҙмәт – балаларҙы ғына түгел, ғаиләне лә берҙәм, татыу һәм бер уйлы итә. Бындай осраҡта улар бер-береһен күҙ ҡарашынан аңлай, күңел кисерешен тоя. Ғөмүмән, бөтәбеҙҙең дә күңел тойоуға һәләтле, тик уны тыңлап, дөрөҫ файҙаланырға кәрәк. Хәмит Рамаҙан улының күңеле күп балалы ғаиләләргә тартыла, унда шатлыҡ-һөйөнөстәр ҙә, мәшәҡәттәр ҙә күп булыуына ҡарамаҫтан, хыялына тура бара һәм тормошҡа ашыра. Бөгөн ул үҙенең ике ғәзиз балаһынан тыш тағы ла алты баланы ата наҙы менән иркәләй, кәңәштәрен бирә, оло тормош юлына әҙерләй, ә янында ҡатыны иренә рәхмәтле булып, ғорурланып, үҙенең дүрт балаһына һәм тағы ла дүрт сабыйҙы үҙенеке итеп ҡабул итеп ярата.