Йәмғиәт Общество
2 Июня 2021, 12:05

Балам, балам, бал ғынам, шыйыҡ ҡына тал ғынам

Яҙмыштан уҙмыш юҡ. Хәмит менән Гүзәл эштә таныша һәм ғаилә ҡора. Тәүҙә Баймаҡта, шунан Ейәнсураға ҡайтып, Абзан ауылында йорт төҙөп, матур итеп йәшәп алып китәләр. Бер-бер артлы Нургиз менән Нурислам донъяға ауаз һала. Ҡыҙ көтөп тә дүрт малайға ғүмер бүләк иткән Гүзәл тормош иптәшенә ике ҡыҙ алайыҡ, миңә ярҙамсы кәрәк, тип ныҡыша. Хәмит тә ҡаршы килмәй. Баймаҡ, Ишембай, Өфө ҡалаларының балалар йортонан ҡыҙ эҙләйҙәр. Юлдары Урман-Бишҡаҙаҡ балалар йортона алып килә. Балаларға күп итеп бүләктәр, күстәнәстәр алып инеп килһәләр, ҡаршыларына 12 йәштәр тирәһендәге ҡыҙ осрай. Гүзәл шунда уҡ был баланы яҡын күрә, ҡалай миңә генә оҡшаған, был минеке, минең балам тип бышылдай. Шул арала үҙе лә һиҙмәҫтән ҡыҙҙы ҡосаҡлап ала. Эльмира ла бер күреүҙә апай менән ағайҙы оҡшата. Шатлығы эсенә һыймай, йоҡлап ятҡан Юлиә һылыуын уята. Ҡыҙҙарын табыуға, улар менән тағы ла ике малай булыуы, тик улар аҙ һүҙле, асылып бармауҙары тураһында әйтәләр. Хәмит оҙаҡ уйлап тормай, ике малайҙы яурындарынан ҡосаҡлап, сәстәренән һыйпап ҡарай ҙа, ярар мунса яғырбыҙ, сәсегеҙҙе алырбыҙ, килербеҙ, тип ҡайтып китәләр. Шул мәл Гүзәл ике ҡыҙ алабыҙ тип килеп, тағы ла ике уллы ла булыуҙарына ышанмай, иренең күҙҙәренә тултырып ҡарай. Был изге эш һүҙһеҙ генә хәл ителә.(Дауамы сайтта).

Добавить в предпочтительные источники Google
Бер-береңде хөрмәт итеп, ярҙамлашып, тыңлап йәшәгәндә шатлыҡ-һөйөнөстәр күп була. Балаларҙың береһе, ғаилә – минең өсөн мөхәббәт тә, изгелек тә, дуҫлыҡ та, шатлыҡ та, ата-әсә лә, балалар ҙа, тиһә, икенсеһе, беҙҙең ғаилә ҙур – 8 бала, беҙгә бергә бик тә рәхәт, күңелле, тип әйтә. Улар киләсәктә атай-әсәйебеҙҙе хөрмәт итеп кенә торасаҡбыҙ, тип вғәҙә итһә, ата-әсәнең теләге инде – балаларын лайыҡлы шәхес итеп күреү. Шуға балалары өсөн бөтә көстәрен сарыф итеп, яңынан-яңы пландар ҡороп, хыялдарын тормошҡа ашыралар. Атай кешенең үҙенә генә хас маҡсаты – ул да булһа ҡулынан килгәндә, көс–ғәйрәт барҙа балаларға йорт төҙөү. Әлегә балалар өсөн спорт комплексы итеп төҙөй, унда спорт менән шөғөлләнеү өсөн бөтә кәрәк-яраҡтар буласаҡ. Гүзәл менән Хәмит эш менән балаларҙа хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләргә тырыша. Малайҙар балта, тимер эшен, иретеп-йәбештереү һөнәрен үҙләштереп үҫә. “Эшләгәнегеҙ беҙҙең өсөн булһа, өйрәнгәнегеҙ үҙегеҙ өсөн”, – ти улар. Ҡулы эш белгән кеше бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмай. Хеҙмәт – балаларҙы ғына түгел, ғаиләне лә берҙәм, татыу һәм бер уйлы итә. Бындай осраҡта улар бер-береһен күҙ ҡарашынан аңлай, күңел кисерешен тоя. Ғөмүмән, бөтәбеҙҙең дә күңел тойоуға һәләтле, тик уны тыңлап, дөрөҫ файҙаланырға кәрәк. Хәмит Рамаҙан улының күңеле күп балалы ғаиләләргә тартыла, унда шатлыҡ-һөйөнөстәр ҙә, мәшәҡәттәр ҙә күп булыуына ҡарамаҫтан, хыялына тура бара һәм тормошҡа ашыра. Бөгөн ул үҙенең ике ғәзиз балаһынан тыш тағы ла алты баланы ата наҙы менән иркәләй, кәңәштәрен бирә, оло тормош юлына әҙерләй, ә янында ҡатыны иренә рәхмәтле булып, ғорурланып, үҙенең дүрт балаһына һәм тағы ла дүрт сабыйҙы үҙенеке итеп ҡабул итеп ярата.
Балаларҙың бәхетенән дә ҙурыраҡ тағы ниндәй бәхет бар икән?! Балаларға тәрбиәне йәштән бирер кәрәк, бигерәк тә наҙҙы йәлләргә кәрәкмәй. Ҡыуатовтар ғаиләһе шулай итә лә.
(Мәҡәләне тулыһынса гәзиттә уҡығыҙ).