Инде өмөт ебе өҙөлдө генә тигәндә, шаптырлап яуған ямғыр пәрҙәһе артынан һүрән генә ҡыҙғылт фар яҡтыһы юл алды. Туҡталыш эсендә йәшеренеп торған ҡыҙ, батып барыусы һалам бөртөгөнә йәбешкәндәй, сумкаһын ҡулына элеп юлға йүгерҙе. Сәсе буйлап ағып, күҙен ҡаплаған һыу юлаҡтарын ус һырты менән һыпыра-һыпыра, бөршәйеп, тамам һыуланғансы торҙо әле ул юл ситендә. Машинаның туҡтамай үтеп китеүенән ҡурҡып, иртәрәк сығып йүгергән икән.
Көслө ямғыр шауынанмы, әллә үҙе шундаймы, яҡынлашып килгән машинаның тауышы бөтөнләй ишетелмәне. Дыһырлап йәшнәгән күк аҫтындағы ямғыр даръяһында ул тауыш-тынһыҙ ғына йөҙгән карап ише ине. Күҙ күреме арала ҡыҙ ҙа машинаның ялтырап торған ҡиммәтле иномарка икәнлеген аңғарып өлгөрҙө һәм ҡапылда күңеленән үткән: “Эй, аллам, бындай машина туҡтамаҫ инде ул...” – тигән әсендергес уйына ҡолаҡ һалмаҫтан, бөтә кәүҙәһе менән алға ынтылып ҡул болғаны.
Баҙырап килгән ике ут күҙҙәренең берәүһе тәңгәлендә тағы ла бер бәләкәсерәге яна-һүнә баҙланы ла, машина юл ситенә янтайҙы. Ҡыйыуһыҙ ғына артҡы ишекте асҡан ҡыҙға салондан йылы, ҡоро һауа бөркөлдө.
– Һаумыһығыҙ, һеҙ ҡала яғына түгелме?
– Эйе, – руль артындағы ир башын да бормаҫтан теләкһеҙ генә яуап ҡайтарҙы.
– Мине алығыҙ әле, зинһар өсөн...
– Әй-ҙә.
– Тик мин лыс һыумын, машинағыҙҙы бысратһам, ғәфү итегеҙ инде...
Тегеһе яуап биреүҙе бөтөнләй кәрәк тапманы, күрәһең. Үтенесен кире ҡағып ҡуймаҫ борон тигәндәй, яуапты ишетер-ишетмәҫтән ҡыҙ эскә йомолдо. Уның йомшаҡ урынға уңайлап урынлашып алыуын көтмәй, машина килеп туҡтағандағылай тауышһыҙ ғына ҡуҙғалып та китте.
Сумкаһында соҡсоноп ҡулъяулыҡ табып бит-ҡулын, кис буйына туҡталышта өшөп, илап тороуҙан мыршылдап киткән танауын һөрткәс, ҡыҙ үҙен һыуыҡтан, ямғырҙан һәм кәмһенеүҙән ҡотҡарып алып киткән йылы, таҙа машинаның хужаһына иғтибар итте. Бығаса артында ултырыусыһын онотҡандай булып килгән ир ҙә, рулен уйынсыҡ шайы ла күрмәй бер ҡулы менән борғолаған ыңғайы, арттан иғтибар булыуын тойғандай, өҫтә торған көҙгөгә баҡты. Ярым ҡараңғы салонда күҙе өйрәнә төшкән ҡыҙ ҙа ҡараштарын машина хужаһының кресло ситенән сыға биреп барған киң яурыны, мускуллы йыуан беләктәре аша үткәреп көҙгөгә күҙ һирпте лә “терт” итте. Уны уртаға һынған ҡуйы ҡаштар аҫтынан төбәлгән һалҡынса ҡараш, берсә юлға, берсә көҙгөгә күсә-күсә, күҙәтә ине. Ҡурҡыуын һиҙҙермәҫкә тырышып ҡыҙ ашығып һүҙ ҡушты:
– Һеҙ ҡайҙа тиклем бараһығыҙ?
– Ҡалаға.
– Ҡалай яҡшы булды... Ә ҡалаға тиклем күпме алаһығыҙ?
– Был такси түгел.
– Ә-ә... Ә шулай ҙа күпме?
– Такси түгел, – ир кешенең тауышы ярайһы уҡ ҡаты сыҡты. Унан һыуға төшкән себештәй күшеккән, илауҙан күҙәре ҡыҙарып, тауышы ҡалтыранған ҡыҙҙы йәлләптер, күрәһең, йомшағыраҡ итеп:
– Исемең кем? – тине.
– Әмилә...
– Мин – Ринат. Ҡурҡма, Әмилә, мин кеше ашамайым. Ял ит.
Был һүҙҙәр йыуатыуҙан бигерәк “Башымды ҡаңғыртма” тигән кеүегерәк яңғыраны. Шулай ҙа Әмилә тыныслана төштө, арҡаһын йомшаҡ һөйәнгескә терәп, еүеш туфлиҙарын сискәс, аяҡтарын яйлап урынлаштырҙы ла, йылылыҡтан, еңелсә тирбәтеүҙән һәм тын ғына ағылған моңдан иҙрәп ойоп китте.
Уянғанда салонда дөм ҡараңғы ине, машина туҡтап ҡалғайны.
– Нимә булды?
Әммә уға яуап биреүсе табылманы. Күҙҙәрен ыуалай һалып тышҡа баҡҡайны, аптырап ҡалды, эргә-тирәлә машиналарҙың һәр төрлөһө йыйылып киткән, кешеләр тышҡа сығып ҡысҡырышып нимәлер һораша, ҡулдарын болғап һөйләшә. Ниҙер булған, күрәһең. Ул арала машина хужаһы үҙ урынына инеп ултырҙы. “Үҙен Ринат тигәйне, буғай”, шулай ҙа исемләп өндәшергә ҡыйманы.
– Нимә булған?
– Ә-ә, уяндыңмы йоҡосо?
– Авариямы әллә?
– Күперҙән үткәрмәйҙәр, нимәһелер һынған, өс-дүрт сәғәт көтөргә кәрәк.
– Һе.
Егет бер нигә бошмаған ҡиәфәт менән машиналар араһынан ҡыҫыла-ҡыҫыла артҡа бирә башланы. “Бәтәс, кире боролмаҡсымы ни был?!”
– Ҡайҙа бараһығыҙ?!
Ҡыҙҙың ҡапыл ҡысҡырып ебәреүенә егеттең һыңар ҡашы өҫкә һикереп китте әммә яуап ҡайтарырға ашыҡманы. “Вәт һөмбаш, бүкән!” тип уйланы ҡыҙ.
– Кире китер булһағыҙ, мине төшөрөп ҡалдырығыҙ.
– Ошо тирәлә бер кафены үткәйнек, тамаҡ ялғап алайыҡ.
– Мин асыҡманым.
Ә ашҡаҙаны “дөрөҫ түгел” тигәндәй һулҡып тороп ғыуылдап китте. Ҡасан ашаны әле ул һуңғы тапҡыр? Иртәнсәк яҙа-йоҙа сәй эскәйне, Зифаның ҡырын ҡарашынан ҡасып төшкө ашҡа ултырманы ла. Асыҡтырған шул.
– Асыҡмаһаң – көтөрһөң, – юлдашының артыҡ иҫе китмәне.
Әмилә эстән генә аҡсаһын барланы, һәр тине һанаулы ғына, шулай ҙа берәй осһоҙло пирожки менән сәй алырға була, тип уйлап егет артынан тышҡа сыҡты ла, кафе янындағы яҡтылыҡта өҫ-башына күҙ һалып, аптырап ҡалды. Асыҡ алһыу спорт костюмы, беренсенән, гармун күрегендәй булып таушалған, икенсенән, салбарына әҙәм ҡарағыһыҙ бысраҡ сәсрәгән икән. Яҙа-йоҙа ҡыҫтырған сәсе лә туҙған, шикелле...
– Ой, мин кеше араһына инерлек түгел икән...
Эйелеп машинаһының көҙгөһөн төҙәйтеп маташҡан егет башын күтәрмәй генә мөңгөрләне:
– Һиңә кем ҡарай һуң?
“Ҡалай тупаҫ...” Бер уйлаһаң, бөгөн әллә ниндәй хәлдәргә тарып бөттө, осраҡлы юлдашының дорфалығы ғына нимә хәҙер Әмиләгә? Ҡыҙ өндәшмәй генә кафеға юлланды.
Уныһы юлаусыларҙың ҡапҡылап сығыу урыны булған ҡыҫыҡ, тынсыу бер бүлмә икән. Халыҡтың күбеһе оҙон юл шоферҙары, күрәһең, ҡауылдап һөйләшәләр, ризыҡты ашыға-ашыға һоғоналар. Әмилә сиратҡа баҫты һәм бер аҙҙан артына килеп тороусының күңелгә ятышлы әскелтем-йомшаҡ ылыҫ еҫенә тартым парфюмынан үҙенең юлдашы икәнлеген аңланы.
– Миңә бер кәбеҫтә пирожкиһы, сәй...
Ҡыҙҙың ишетелер-ишетелмәҫ ауаздары юлдашының ҡалын күкрәк тауышы аҫтында күмелеп ҡалды:
– Беҙгә бергә һанағыҙ: ике салат, ике билмән...
Унан Әмиләгә ҡарамай ғына: “Бар, ана мөйөштә бер өҫтәл бушаны”, – тип бойороҡ бирҙе лә: “Тағы ла нимәләрегеҙ бар? Һут, шоколад...” – тип дауам итте. Инде холҡона төшөнә барған юлдашы менән бәхәсләшеп тороуҙың фәтүәһеҙлеген аңлаған ҡыҙ, тағы ла өндәшмәй генә уға буйһондо. Мөйөштәге өҫтәл артына ҡунаҡлап, егеттең батмус-батмус аҙыҡ ташыуын күҙәтеп тик ултырҙы. Өҫтәл тулып киткәс, көлөмһөрәмәй ҙә булдыра алманы:
– Был вис беҙгәме, әллә ҡунаҡ саҡырҙығыҙмы?
Тегеһе яурындарын ғына йыйырҙы. Ун биш-егерме минуттан өс-дүрт тәрилкә ялтыратылып бер яҡ ситкә өйөп ҡуйылғас, ҡыҙ ҙа үҙенең урынһыҙ шаяртыуын аңланы. Уның аптыраңҡырап ҡарауын егет тә аңғарҙы, күрәһең:
– Минең аппетит шәп, – тип ҡуйҙы.
– Күрәм.
– Ә үҙең нимә соҡоноп ултыраһың? Ашап бөт тә сыҡ, мин тышта көтәм.
Әмиләгә лә инәлеп тороу кәрәк түгел. Билмәнгә ынтылмаһа ла, аш менән салатты һыпыртты. Компотын бер-ике генә уртланы ла, тышҡа сыға һалырға ашыҡты. Бошмаҫ юлдашы автомобиль ултырғысының һөйәнгесен ҡолата биреп үк ятып алған. Ҡыҙ машина янына килеп баҫты. “Аштан һуң йоҡлап алырға булдымы икән? Шатырлап инеп ултырһа, уяныр ҙа, тағы ла ҡашын емерер инде, бигерәк көйһөҙ әҙәм бит...” Шул ваҡыт Әмилә өҙөлөп күңелсәк әхирәте Рәмиләне һағынып китте. Бөгөн ул бер ваҡытта ла булмағанса был алсаҡ, бытый бүлмәләш татар ҡыҙы менән аралашыуға, һығылмалы холоҡло, баллы телле әхирәтенең йыуатыуына, йәлләүенә мохтаж ине. Күңеле тулышты, күҙ алмаларын әсеттереп йәштәр эркелде...
– Швейцар кәрәкме? – теге уяу икән, тәҙрәһен аса биреп екереүенә ҡыҙ хатта һикереп китте.
– Ә?..
– Асыҡ бит, – башы менән ишеккә ишараланы.
– Эһе.
Пассажир “йылп” итеп инеп ултырыуға, тегеһе, юлдаш булғандарынан алып тәүге тапҡыр, ултырғыс һөйәнгесенә таяна биреп, ярты кәүҙәһе менән боролоп, Әмиләгә тура ҡараны. Әллә ни оло түгел ине ул. Һәр хәлдә утыҙ юҡтыр. Ҡарға ҡанатындай ҡап-ҡара сәсен ҡыҫҡа ғына итеп алдырған, бер-береһенә тоташа яҙған ҡуйы ҡара ҡаштары аҫтынан ҡаты ҡарашлы һоро күҙҙәре һөҙә биреп ҡарағандай. Ҡояшта янған ҡарағусҡыл йөҙөнә ҡырлас танауы менән нәҙегерәк ирендәре килешеп тора. Мыйығы таҙа итеп ҡырылған. Ә инде кәүҙәһе, тышҡы ҡиәфәте уның спорт менән етди шөғөлләнеүен һиҙҙерә. Ҡыҫҡаһы, ҡылыҡтары, һөйләшеүе, ҡарашы уның ҡырҡыу, ҡаты холоҡло, көслө рухлы, үҙ-үҙенә ышанып эш иткән кеше икәнлеген әйтеп тора ине. Фаразлауҙарҙы дөрөҫләгәндәй был юлы ла егет урап-нитеп тормай тура һораны:
– Иреңдән ҡасып бараңмы?
– Нишләп?
– Төнгә ҡаршы, ямғыр аҫтында ҡайҙа ашығаһың улайһа?
– Эшем бар.
– Ә нимәгә илайһың?
– Иламайым...
Бәхеткә ҡаршы, эргә-тирәләге машиналар сигнал бирә-бирә ҡуҙғалып китә башланы. Күпер асылған, күрәһең. Был Әмиләне егеттең һорау алыуынан, бигерәк тә уның һынсыл ҡарашы ҡоллоғонан ҡотҡарҙы. Ян-яғына күҙ һалғас, ул да алдына боролоп, асҡысын борҙо.
Мең төҫлө уттар менән балҡыған ҡалаға улар төн ауышыуға ғына килеп инде. Юлдағы өҙөлөп ҡалған һөйләшеүҙән һуң икеһе лә ләм-мим өндәшмәне, көй артынан көй тыңлап, һәр береһе үҙ уйҙары солғанышында булды. Тәҙрә быялаһында йорттар, светофорҙар яҡтыһы ялпылдай башлағас, Әмилә тауышына бер ни булмағандай дуҫтарса тон бирергә тырышып:
– Юлығыҙ, осраҡлы рәүештә, Ленин урамы аша үтмәйме, – тип ҡыҙыҡһынды.
– Шунда кәрәкме?
– Кәрәк ине, әммә һеҙгә юл ыңғайы булмаһа ошо тирәлә берәй туҡталышта ҡалайым.
– Ленин урамының ҡайһы еренә кәрәк?
– Пединститут ятаҡтары янына.
Күп тә үтмәй машина дөм-ҡараңғы студенттар ҡаласығына барып та инде.
– Ҡайҙа?
– Бына ошо һулдағыһына...
Шунда барып туҡтанылар. Бер усына сумка һабын, икенсеһенә түләй торған аҡсаһын йомарлап тотоп әҙер ултырған ҡыҙ йәһәт кенә
– Ҙур рәхмәт һеҙгә, алығыҙ.
– Нимә ул?
– Юл хаҡы.
– Кәрәкмәй.
+19 °С
Дождь




