“Күмертау электр селтәрҙәре” производство бүлеге хеҙмәтләндергән Күмертау һәм Мәләүез ҡалалары, Ейәнсура, Көйөргәҙе, Күгәрсен, Мәләүез, Федоровка райондары территорияларында ғәмәлдән сығарылған “Рост Энерго” ЯСЙ-һы (ИНН 0278913194) тораҡ йорттарға үткәрелгән проводтарҙы алыштырыу буйынса түләүле хеҙмәттәр күрһәтеп йөрөй. Был ойошма хеҙмәткәрҙәре үҙҙәрен “Башкирэнерго” эшселәре тип таныштыралар, шәхесте раҫлаусы ялған танытма күрһәтәләр, проводтарҙың эшкә яраҡһыҙлылығына бәйләп, тиҙерәк алыштырыу кәрәклеген әйтәләр, үҙ хеҙмәттәрен тәҡдим итәләр.
“Әгәр ҙә бындай факттар була ҡалһа, ғәйеплеләрҙе яуаплылыҡҡа тарттырыу һәм зыян күләмен асыҡлау өсөн кисекмәҫтән хоҡуҡ һаҡлау органдарына хәбәр итеүегеҙҙе һорайбыҙ”, – тип мөрәжәғәт итәләр “Башкирэнерго” ЯСЙ-һынан.