“Әсәлек даны” миҙалына ҡушып түләнгән аҡсалата бүләк күберәк буласаҡ!
Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров “Әсәлек даны” миҙалына ҡушып түләнгән аҡсанан 13 процент һалым алынмаясаҡ тигән Указға ҡул ҡуйҙы. Йәғни әсәйҙәр был түләүҙе тулы килеш – 17241 һум итеп аласаҡ.
“Әсәлек даны” миҙалы аҡсалата премия менән бергә биш һәм унан да күберәк бала тәрбиәләгән әсәйҙәргә бирелә. 1998 йылдан башлап һигеҙ меңдән ашыу ҡатын-ҡыҙ был юғары исемде алған. 2018 йылдан “Ата-әсәлек ҡаҙанышы” (“Родительская доблесть) миҙалы ла ғәмәлдә. Уға 22 ғаилә лайыҡ булған. Наградаға бер тапҡыр бирелә торған 100000 һум аҡса тапшырыла. Бына ошо түләүҙән дә хәҙер 13 процент һалым алынмаясаҡ.