Иҫәнғол ағинәйе Хәмиҙә Ейәнғолова (урыны ожмахта булһын) беҙҙең арала булмаһа ла, уның аманаты һәр саҡ беҙҙең менән. Бөгөн һеҙгә унан яҙып алынған "ЛӘ ИЛӘҺӘ ИЛЛӘЛЛАҺ" мөнәжәтен тәҡдим итәбеҙ. Йома мөбәрәк булһын, төркөмдәштәр!
بسم الله الرحمن الرحيم
لَا إلَهَ إلأَّا الله - ЛӘ ИЛӘҺӘ ИЛЛӘЛЛАҺ
Лә иләһә илләллаһ - ғәмәлдәрҙең изгеһе,
Лә иләһә илләллаһ - мөьминдәрҙең көҙгөһө.
Лә иләһә илләллаһ - ғәрши көрси баҫҡысы,
Лә иләһә илләллаһ -һигеҙ ожмах асҡысы.
Лә иләһә илләллаһ - ҡарамағыҙ әҙенә,
Лә иләһә илләллаһ - мәңге бөтмәҫ хазина.
Лә иләһә илләллаһ - тауҙар-таштар ватыр ул,
Лә иләһә илләллаһ - ожмахтарҙы асыр ул.
Лә иләһә илләллаһ - кәлимәһе ҙурҙыр ул,
Лә иләһә илләллаһ - ҡәберҙәрҙә нурҙыр ул.
Лә иләһә илләллаһты әйтәйек, дуҫтар, һәр заман,
Лә иләһә илләллаһты әйтмәгән ҡолдар яман.
Лә иләһә илләллаһ - тамуҡ утын һүндерер,
Лә иләһә илләллаһ - яҡшы юлға күндерер.
Лә иләһә илләллаһ,тип,яҡтыра беҙҙең күңел,
Лә иләһә илләллаһ,тип,сығыр йәнебеҙ еңел.
Лә иләһә илләллаһны күп әйткән Рәсүлулла,
Лә иләһә илләллаһ Мөхәммәт Рәсүлулла.
لَا إلَهَ إ لَّا الله مُحَمَّدٌ رَسُو لُ الله