Айыу майы һөртмәһендәр тиһәгеҙ...
Йәйге каникул етте. Урамдарҙа велосипедсылар күбәйгәндән-күбәйә. Балалар, үҫмерҙәр, хатта ололар ҙа рәхәтләнеп велосипедта йөрөйҙәр. Тик ҡайһы берҙә уның хәрәкәт итеү сараһы ғына түгел, «айыу майы» һөртөр өсөн ҡыҙыҡтырғыс икәнен онотоп ебәрәләр.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, быны һуңлап, велосипед юғалғас ҡына аңлайҙар. Йәйге осорҙа бындай хәлдәр йыш була. Шуға күрә балаларға һәм ата-әсәләргә түбәндәге ҡағиҙәләрҙе хәтерҙә тоторға тәҡдим итәбеҙ:
– велосипедты ҡараусыһыҙ ҡалдырмағыҙ, айырыуса магазин, подъезд, мәктәп, дауахана янында, һыу ингән саҡта пляжда;
– эңер төшкәс, балаларға велосипедта йөрөргә рөхсәт итмәгеҙ – был уларҙы күңелһеҙ осраҡтарҙан һаҡлар;
– мәктәпкәсә һәм кесе мәктәп йәшендәге балаларға өйҙән ситкә китергә рөхсәт итмәгеҙ;
– велосипедығыҙҙы ҡалдырып, магазинға йәки ойошма-учреждениеларға ингәндә йоҙаҡлау өсөн йоҙаҡ йөрөтөгөҙ;
– велосипедығыҙҙы таныш булмаған йәки аҙ таныш булған кешеләргә ышанып бирмәгеҙ һәм ундай кешеләрҙән арзан хаҡҡа һатып алмағыҙ.