Йәмғиәт Общество
6 Июня 2021, 04:05

«Красноусольская» йәки «Красноусол һыуы» — VI Бөтә донъя фольклориадаһының рәсми һыуы

Красноусол минераль сығанаҡтары 16-сы быуаттан бирле билдәле. Шул дәүерҙә үк халыҡ шишмә һыуының шифаһын белгән һәм уларҙы «Изге шишмәләр» тип йөрөткән. Уларҙың дауалау көсө тураһында легенда һәм риүәйәттәр ҙә һаҡланған.Минераль һыу етештереү заводы айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт зонаһында, федераль әһәмиәттәге «Красноусольск» шифаханаһы биләмәһендә урынлашҡан.

  • Этник форум өсөн эсәр һыу һәм минераль һыу һауыттары этикеткаларына махсус яңы дизайн эшләнде. Продукция Башҡортостан Республикаһы һәм Рәсәй төбәктәре магазиндарына апрелдә үк сығарылды.
    Красноусол минераль сығанаҡтары 16-сы быуаттан бирле билдәле. Шул дәүерҙә үк халыҡ шишмә һыуының шифаһын белгән һәм уларҙы «Изге шишмәләр» тип йөрөткән. Уларҙың дауалау көсө тураһында легенда һәм риүәйәттәр ҙә һаҡланған.
    Минераль һыу етештереү заводы айырыуса һаҡланыусы тәбиғәт зонаһында, федераль әһәмиәттәге «Красноусольск» шифаханаһы биләмәһендә урынлашҡан.
    Предприятие етештергән эсәр һыу һәм минераль һыу тулыһынса тәбиғи составын һаҡлай һәм дауалау сифаттарына эйә. Минераль һыу ошо данлыҡлы сифаттары һәм шифа көсө менән Башҡортостанда ғына түгел, Рәсәйҙең барлыҡ төбәктәрендә лә танылды.

    Фото: асыҡ сығанаҡтарҙан.
  • Комментарий к записи
    «Красноусольская» йәки «Красноусол һыуы» — VI Бөтә донъя фольклориадаһының рәсми һыуы
    Читайте нас