Йәмғиәт Общество
7 Июня 2021, 13:43

Ҙур юғалтыу... Яҡташыбыҙ, билдәле табип вафат булған

Ҡайғы менән шатлыҡ йәнәшә йөрөй...Һабантуй байрамы үткәреп, шатланышып йөрөгәндә, ҡайғылы хәбәр килде ауылыбыҙға.Ауылда, районда ғына түгел, республика кимәлендә бик абруйлы, ихтирамлы кеше Абделғужин Булат Ишмулла улы вафат булған...

Ҡайғы менән шатлыҡ йәнәшә йөрөй...Һабантуй байрамы үткәреп, шатланышып йөрөгәндә, ҡайғылы хәбәр килде ауылыбыҙға.
Ауылда, районда ғына түгел, республика кимәлендә бик абруйлы, ихтирамлы кеше Абделғужин Булат Ишмулла улы вафат булған...
Ваҡытһыҙ вафат булыуы сәбәпле, Муйнаҡ ауыл китапханаһы төркөмө исеменән мәрхүмдең яҡындарының, балаларының, һәм туғандарының ауыр ҡайғыһын уртаҡлашабыҙ.
Булат Ишмулла улы республикала , РКБ ла билгеле врач травматолог ине.Бик күптәрҙең ғүмерен, һаулығын һаҡлап алып ҡалды аварияларҙан һуң. Ковид үҙен аяманы... 62 генә йәш ине.
"Муйнаҡ ауыл китапханаһы" төркөмөнән.
Читайте нас