Ошондай йөкмәткеле хат ҡалдырып, йәш егет үҙ ғүмерен ҡыйған.
Благовар районының Быҙаулыҡ ауылында үҙ ғүмерен ҡыйған 17 йәшлек егет менән хушлаштылар. Үҙ-үҙенә ҡул һалыуҙың сәбәбе әлегә билдәһеҙ.
Яҡындары уны тик яҡшы яҡтан ғына һөйләйҙәр, уны шаян, кеше менән аралышып барыусан кеше булараҡ беләләр. Фажиғә булыр алыднан ул социаль селтәрҙәге статусын үҙгәрткән, тик «Душу разрушает суета» тигән юлдар берәүҙә лә хәүеф уятмаған.
Рөстәмде тыуған ауылы Быҙаулыҡта ерләгәндәр.
Тәфтиш комитетында егеттең үлемендә криминал юҡ тип билдәләйҙәр.
Бер-беребеҙгә иғтибарлыраҡ булайыҡ!