Йәмғиәт Общество
11 Июня 2021, 09:55

Руль артында йоҡлап киткән

Руль артында Татарстан Республикаһы вәкиле була, ул еңелсә яралар менән ҡотола.Юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәгеҙ!

Салауат районында "Рено-логан" автомобиле юлдан сығып осҡан һәм ... баҫыу уртаһына барып ултырған.
Юл-транспорт һәләкәте Малаяҙ-Лаҡлы-Үрге Ҡыйғы-Ункурда юлында булған. Билдәле булыуҙарынса, водитель руль артында йоҡлап китә, һөҙөмтәлә идараһыҙ автомобиль юл ситенә сығып һәм баҫыу уртаһына барып ултыра.
Руль артында Татарстан Республикаһы вәкиле була, ул еңелсә яралар менән ҡотола.
Юлдарҙа иғтибарлы булығыҙ, юл хәрәкәте ҡағиҙәләрен үтәгеҙ!
Читайте нас