9 июндә Әлшәй районының Ҡармыш ауылында шәхси йорт йәшендән зыян күргән. Биш кеше йәшәр урынһыҙ ҡалған.
Зыян күреүселәрҙең туғандарының һүҙҙәре буйынса, янғын сәғәт 18.00-дә, көслө ямғырҙан һуң сыҡҡан. Янғын ваҡытында өйҙә берәү ҙә булмаған. Янғын һүндереүселәрҙе күршеләр саҡырған.”Бөтә нимә янып бөттө! Техника, мебель, кейем – бөтәһе лә!” – ти зыян күреүсенең әсәһе.
3, 6, 13 йәштәге өс бала һәм уларҙың ата-әсәһе, тораҡ йортһоҙ, бер документһыҙ һәм кейемһеҙ ҡалғандар. Өй әсәлек капиталына алынған булған, ғаилә уңайлылыҡ өсөнө йортҡа төкәтмә эшләгән. Зыян күреүселәр ярҙамға мохтаж.