Йәмғиәт Общество
12 Июня 2021, 04:15

Байрам менән!

12 июнь – Рәсәй көнөРайон хакимиәте башлығы Дәмин Марат улы Юланов ҡотлай:Хөрмәтле Ейәнсура районы халҡы! Һеҙҙе Рәсәй көнө – илебеҙҙең үткәндәре, бөгөнгөһө һәм киләсәге араһында тығыҙ бәйләнеште һыҙыҡ өҫтөнә алыусы иң йәш дәүләт байрамдарының береһе менән ҡотлайым!

12 июнь – Рәсәй көнө
Район хакимиәте башлығы Дәмин Марат улы Юланов ҡотлай:
Хөрмәтле Ейәнсура районы халҡы! Һеҙҙе Рәсәй көнө – илебеҙҙең үткәндәре, бөгөнгөһө һәм киләсәге араһында тығыҙ бәйләнеште һыҙыҡ өҫтөнә алыусы иң йәш дәүләт байрамдарының береһе менән ҡотлайым!
Рәсәй көнө – милли берләшеү һәм бөйөк Рәсәйгә дөйөм ышаныс кәүҙәләнеше. Ул Тыуған илде яратыусыларҙы, уның данлы тарихын һәм күп быуатлыҡ традицияларын ихтирам итеүселәрҙе, уның ҡеүәте артыуына һәм сәскә атыуына тырыш хеҙмәт менән үҙ өлөшөн индереүселәрҙе берләштерә. Дәүләттең көсө уның кешеләрендә, берҙәмлектә, мәҙәниәттәрҙең һәм халыҡтарҙың тигеҙлегендә. Беҙҙең районда эшһөйәр, яуаплы, әүҙем һәм намыҫлы кешеләр йәшәй. Былар тулыһынса йәштәргә лә ҡағыла. Беҙ уларҙың идеяларына, бергәләшеп эшләргә, ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшергә теләүенә иҫәп тотабыҙ.
Хөрмәтле район халҡы! Был байрамда барыбыҙға ла бәхетле булыуыбыҙҙы, тыныслыҡта һәм татыулыҡта йәшәүебеҙҙе һәм шуның менән Тыуған илебеҙҙең байлығын арттырыуыбыҙҙы теләйем. Һеҙгә һәм яҡындарығыҙға яҡшы кәйеф, иртәгәһе көнгә ышаныс һәм күңел күтәренкелеге, ныҡлы һаулыҡ, именлек юлдаш булһын!
Читайте нас