Йәмғиәт Общество
12 Июня 2021, 18:55

Өмбәттә иман йорто ҡалҡасаҡ

Кисә ауылға буласаҡ мәсеттең бураһы ҡайтты.

Иман - ул әҙәп, дин - ул тәрбиә. Ошоно күҙ уңында тотоп, Өмбәттә район хакимиәте башлығы Дәмин Юланов, район Советы депутаты Роберт Сырлыбаев ҡатнашлығында йыйылыш булғанда, ауыл халҡы мәсет төҙөү мәсьәләһен, нигеҙен ҡайһы ергә ҡороу буйынса һорау күтәргәйне. Изге эш башланды. Әле бына кисә буласаҡ мәсеттең бураһы ҡайтып етте.
Ниәт иткән - моратына еткән, тигәндәй, өмбәттәргә был етди, ауыр һәм иң мөһиме - изге эштә уңыштар теләйбеҙ!
Читайте нас