Йәмғиәт Общество
13 Июня 2021, 11:25

Коронавирус: өсөнсө тулҡын башланыуымы?

Мәскәүҙә хәл-торош һөйөндөрмәй

Мәскәүҙә үткән тәүлектә COVID-19-ҙан 3038 кеше һауығып сыҡһа, 7704 яңы осраҡ теркәлгән. 1573 кеше дауаханаға оҙатылып, уларҙың 506-һы яһалма тын алдырыу аппаратына тоташтырылған.
Коронавирус йоҡтороусылар ҡырҡа артыуы сәбәпле, бөгөндән ҡала парктарында күңел асыу объекттары эшмәкәртеге туҡтатыла. Горький паркында үтергә тейешле сығарылыш уҡыусыларының дөйөм ҡала кисәһе лә булмаясаҡ. Мәктәптәрҙә сығарылыш кисәләре битлектә һәм башҡа һаҡланыу саралары менән үтәсәк.
Читайте нас