Йәмғиәт Общество
13 Июня 2021, 05:58

Ямғырлы булырмы, әллә аяҙмы?

Киләһе аҙнала ниндәй һауа торошо көтөлә?

Бөгөн республикала ямғырлы һауа торошо көтөлә, һауа температураһы көндөҙ уртаса 26 градус булһа, кискә 15 градусҡаса төшәсәк. Дүшәмбе яуым-төшөмһөҙ булыуы фаразлана. Йылылыҡ 28 градусҡа етәсәк.
Шишәмбе һәм шаршамбы болотло булыр тип күҙаллай синоптиктар. Шулай ҙа ямғыр көтөлмәй, һауа температураһы уртаса 30 градусҡа етер.
Кесаҙна иһә ҡапыл һыуытып, температура 20 градусҡаса төшәсәк. Ямғыр яуасаҡ. Йома – яуым-төшөмһөҙ, әммә һалғынн, уртаса 17 градус булыуы көтөлә.
Киләһе ялдарға көн саҡ ҡына – 23 градусҡаса йылынасаҡ. Йәкшәмбе йәнә ямғырлы булмаҡсы.
Читайте нас