Йәмғиәт Общество
14 Июня 2021, 05:55

Эшегеҙҙең әһәмиәте артҡандан-арта

Район хакимиәте башлығы Дәмин Юлановтың ҡотлауы.

Хөрмәтле матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары хеҙмәткәрҙәре! Һөнәри байрамығыҙ - Башкортостан Республикаһының Матбуғат һәм мәғлүмәт хеҙмәткәрҙәре көнө менән ҡотлауҙарҙы ҡабул итегеҙ!
Хәҙерге донъя - бик ҙур мәғлүмәт яланы ул. Һәм бөгөн, мәғлүмәт торған һайын әһәмиәтлерәк була барганда, заманса технологиялар матбуғат үҫеше өсөн яңы юлдар асҡанда, һеҙҙен эшегеҙҙең әһәмиәте лә артҡандан-арта. Хәҙерге заман кешеһе мәғлүмәтһеҙ йәшәй алмай, ә уны объектив бирелеүе нәҡ һеҙгә бәйле. Һеҙ беҙҙең таяныс, ә ҡайһы берҙә йәмғиәттәге күп процестарҙы тупларға, халыҡҡа мәғлүмәт һәм көнүҙәк яңылыҡтарҙы еткерергә ярҙам итеүсе үткер ҡәләм дә.
«Ейәнсура таңдары» һәм «Зианчуринские зори» гәзиттәре хеҙмәткәрҙәре районда барған ижтимағи-сәйәси, иктисади һәм мәҙәни сараларҙы әүҙем яҡтырта, үҙҙәренең аудиторияһына көн ҡаҙағындағы hopayҙарға яуап табырға ярҙам итә, ваҡиғаларҙы төплө һәм профессиональ сағылдыра, бөтә йөрәге, белеме һәм һүҙе менән беҙҙең кешеләрҙең тормошон яҡшыртырға ынтыла.
Емешле хеҙмәттәшлек һәм ваҡиғаларҙы объектив яҡтыртыуығыҙ өсөн рәхмәт белдерәм. Тиражыгыҙ күп булыуын, ижади илһам, иҫтә ҡалырлык мәҡәләләр һәм уңышлы эш теләйем. Гәзит уҡыусыларығыҙ өсөн һәр саҡ кәрәкле һәм ҡыҙыҡлы булып ҡалығыҙ. Һаулыҡ, бәхет һәм именлек һеҙгә!
Д. ЮЛАНОВ, МР хакимиәте башлығы.
Читайте нас