Ул был тәҡдимен илдәге демографик хәлдең ҡатмарлы булыуына бәйләй. Ғаиләләр, иртәгәһе көнгә ышаныс юҡ тип, өсөнсө балаға ғүмер бирергә ашыҡмай. Эш, фатир һәм башҡа проблемалар йәмғиәттәге күп балалы ғаиләләрҙең һанын кәметә, ти ул. Был миллион, әлбиттә, барлыҡ проблемаларҙы хәл итмәй. Әммә ғаиләләр өсөн яҡшы матди ярҙам буласаҡ, тип иҫәпләй йәмәғәтсе.